2024 йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда тимер юл буйлап пассажирҙар ташыу күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 22 процентҡа – 4,7 миллион кешегә тиклем артҡан. Был хаҡта 21 октябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә Куйбышев тимер юлы (“Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы) начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков хәбәр итте. Етештереү базаһын яңыртыу, шулай уҡ күсмә составты яңыртыу иҫәбенә транспорт инфраструктураһын артабан үҫтереү күҙаллана. Алыҫ араға йөрөүсе пассажирҙар комплексында төбәккә 34 яңы вагон ҡайтарыла. Ә 2024 йылдың 15 декабренән Башҡортостандан Өфө-Мәскәү фирма пассажир поезы йөрөй башлай, уның составында шулай уҡ заманса вагондар буласаҡ. Яңы поездар ҡала яны йүнәлешендә эшләүсе күсмә составты ла тулыландырасаҡ. 2025 йылда төбәккә биш “Финист” заманса электр поезы ҡайтарыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошондай тәүге состав Өфөнән Белоретҡа 2024 йылдың авгусында юлланғайны. Киләсәктә уның маршрутын Сибайға тиклем оҙайтырға уйлайҙар. Һуңғы өс йылда республикала күсмә составтың 65 проценты яңыртылды. Бынан тыш, яҡын киләсәктә Өфөнән Туймазыға тиклем ҡала яны поездары хәрәкәтен ойоштороу, баш ҡалала транспорт-күсеп ултырыу үҙәктәренә инә торған юлдарҙы төҙөкләндереүҙе дауам итеү планлаштырыла. Ошондай ҡулайламаларҙың береһен 2024 йылдың аҙағына тиклем “Дим” тимер юл станцияһында асырға тейештәр. Башҡортостан Башлығы республиканың Рәсәй тимер юлдары менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. – Рәсәй тимер юлдары менән бик яҡшы эшлекле мөнәсәбәттәр булдырылған. Эш тейешле кимәлдә бара, – тине Радий Хәбиров. – Шуныһы ҡыуаныслы: республиканан йәнә Өфө-Мәскәү фирма поезы йөрөй башлай. Шулай уҡ вагондар паркын яңыртыуҙарын көтәбеҙ. Кешеләр өсөн уңайлы юл шарттары һәм хеҙмәтләндереү сифаты мөһим. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.