Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дамирҙы ҡасанға тиклем эҙләрҙәр?

Өфөлә әле һаман март аҙағында Ағиҙелдә юғалған үҫмерҙе таба алмайҙар. Башҡортостанда Дамир Әҙеһәмовтың юғалыуына 200-ҙән ашыу көн үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, малайҙар йылға буйында марттың һуңғы көндәрендә ғәйеп булғайны. Уларҙы полиция, ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар эҙләне. Малайҙар Ағиҙел буйында юғалғас, эҙләү ҙә һыуҙа башҡарыла. Икенсе малайҙы – Павел Паличевты 26 майҙа Еңеү паркында Дежнев баҫҡысы янында эҙләүҙең 58-се көнөндә тапҡайнылар. Ә Дамир һаман юҡ. Әле ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, Дамирҙы йылғалар боҙ менән ҡапланғансы эҙләү дауам итәсәк. “Беҙҙең криминалистика бүлеге был эш менән тәүге көндәрҙән үк шөғөлләнә. Әле һаман ҡотҡарыусылар, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эҙләү саралары ойошторабыҙ, -ти Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының криминалистика бүлеге етәксеһе урынбаҫары, юстиция майоры Иван Костырев. – Төп версия – һыуға батып үлеү. Бәлки, ул һыу төбөндә берәй таяҡҡа эләгеп өҫкә сыға алмай яталыр. Бындай ихтималлыҡ бар. Нимәлер барыбер табыласаҡ, мәҫәлән, бер-ике йылдан һуң да, кейеменең берәй өлөшө булһа ла килеп сығырға тейеш. Йылғаны боҙ ҡаплағансы эҙләрбеҙ. Киләһе йылда ла, әгәр быйыл табылмаһа, эҙләү эштәре дауам ителәсәк.