Мәскәү авиация институтында студенттарҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың яҙмышын асыҡлау буйынса документаль эҙләү эштәре дауам итә. Яугирҙәребеҙ хәрби мемориалдарҙа, ҡәберлектәрҙә билдәһеҙ һалдат булараҡ ерләнгән йәки хәрби хәрәкәттәр барышында хәбәрһеҙ юғалған. 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғышҡан һәм хәрби хәрәкәттәр барышында фашист әсирлегенә эләккән Ҡыҙыл Армия һалдаттары һәм офицерҙары яҙмышын өйрәнеү барышында проектта ҡатнашыусылар “Хәтер” (“Память”) тикшеренеү үҙәге менән берлектә Австрияның Маутхаузен концлагерының 20-се үлем блогында тотолған совет хәрби әсирҙәренең яҙмышын асыҡлау буйынса ҙур тикшеренеү эштәре үткәргән. Эҙләү эштәре барышында гвардия лейтенанты Кәримов Сәйфи Шәйхи улы (Каримов Саифи Шойхеевич), 6-сы гвардия мотоуҡсылар бригадаһының строй часы буйынса 3-сө батальон командиры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһында тыуып үҫкән, 94-се бомба