“Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты, Өйөбөҙҙә ҡояш ҡалҡты! Аҡ биләүҙә серле йомаҡ, Илауы ла моңло һымаҡ. Ошо көндәрҙә ауылыбыҙҙың ике йәш ғаиләһе бәпес алып ҡайтты. Байегетовтар ғаиләһендә – һылыу ҡыҙ, Бүкәнбаевтар ғаиләһендә баһадир егет донъяға килде. Ә бөгөн бәләкәстәргә ауыл мәсетендә исем ҡуштырыу йолаһы үтте. Наҙлыгөл һәм Нурислам тигән саф башҡорт исемдәре алды ауылыбыҙҙың иң йәш граждандары. Ғаиләләрҙе тағы бер тапҡыр ҡотлайбыҙ, шатлыҡлы мәлдәрен уртаҡлашабыҙ. Сабыйҙар аҡыллы, тәүфиҡле, бәхетле, һау-сәләмәт, ата-әсәйле булып үҫһендәр!” – тигән матур яңылыҡ менән уртаҡлаштылар Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы төркөмөндә. Ауылға ҡот, йәм өҫтәп сабыйҙар күберәк тыуһын! Бәхетле ғаилә парҙарын беҙ ҙә ҡотлайбыҙ, сабыйҙарығыҙҙы именлектә-һаулыҡта үҫтерегеҙ, балаларығыҙҙың ҡыуаныс-шатлыҡтарын ғына татып ғүмер итегеҙ! #АйыҡАуыл2024 Фото һәм сығанаҡ: Таулыҡай ауылының “Бәйләнештә”ге төркөмө.