Төндә Белорет районының Тимер юл ауылында шәхси йорт янған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, янғын сыҡҡан мәлдә йортта өс кеше була, икеһе урамға сығып өлгөрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында һәләк булған 47 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсе эшләй. Янғын тәмәке тартыу ваҡытында һаҡһыҙлыҡ арҡаһында сыҡҡан тигән фараз бар. Йортта янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал ҡуйылмаған, ә бит ул булған осраҡта янғын тураһында ваҡытында иҫкәртеү һәм ҡотҡарыу мөмкин булыр ине. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: – йоҡлағанда тәмәке тартмағыҙ; – йылытылған мейесте һәм ҡабыҙылған йылытҡысты, бигерәк тә төндә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ; – торлаҡҡа янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал ҡуйығыҙ. Ҡорамал тауыш сығарып хәүеф янауы тураһында хәбәр итә. Башҡортостанда быйыл йыл башынан тәмәке тартыу ваҡытында һаҡһыҙлыҡ арҡаһында 1184 янғын сыҡҡан, уларҙа 63 кеше һәләк булған. Янғын сыҡҡан осраҡта 101 телефонына шылтыратығыҙ! Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.