Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтыуҙарын дауам итә. Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов шундай һәр бер хәрби менән шәхсән осраша. Был юлы район башлығы "Кузнец" позывнойлы яугир менән аралашҡан. Әңгәмә барышында яҡлаусыбыҙ нисек хеҙмәт итеүе, яҡташтарыбыҙҙың ҡайһыһы менән махсус операция үткәреү зонаһында бәйләнешкә инеүе хаҡында һөйләгән. “Яугир маскировка селтәрҙәре әҙерләүҙәрен һораны: «Ал елкәндәр» йәштәр клубтары берләшмәһе ҡарамағында Ленин районының «СВиРОДные» оҫта ирекмәндәре эшкә тотондо ла инде. Маскировка селтәрҙәре дошмандан позицияларҙы, техниканы, ҡоралдарҙы һәм снайперҙарҙы йәшерергә ярҙам итә”, -тип яҙған район хакимиәте башлығы. Әйткәндәй, маскировка селтәрҙәрен үреүгә бар кешеләр ҙә ҡушыла ала. Бөгөн республиканың күпселек ҡала һәм ауылдарында тап ошо эш менән шөғөлләнгән ирекмәндәр бихисап. Уларҙың эштәренә тик һоҡланырға ғына ҡала. Тиҙерәк МХО-лағы барлыҡ яугирҙәргә лә иҫән -һау тыуған яҡтарына бөтөнләйгә ҡайт