Иглин районы хакимиәтендә 50-се “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелде. Унда төбәк башҡарма власть органдары һәм район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Андрей Коннов алып барҙы. Бындай бизнес-осрашыуҙар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Ултырышта ҡатнашыусылар иғтибарына өс проект тәҡдим ителде. Беренсе проектты шәхси эшҡыуарҙар Андрей Лукьянов һәм Александр Володин тәҡдим итте. Улар заманса һәм юғары сифатлы ағас йорттар төҙөү өсөн етештереү майҙансығы булдырыуҙы, шулай уҡ ағастан биҙәү материалдары етештереүҙе маҡсат итеп ҡуйған ағас эшкәртеү производствоһы төҙөргә тәҡдим итте. Проект сиктәрендә 10 эш урыны булдырыу планлаштырыла. Ғәмәлгә ашырыу алдағы өс йылға билдәләнгән. “Йәшел мөхит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле Рәмил Дәүләтханов “Икенсел сеймал йыйыу һәм уны утилләштереү” проекты менән таныштырҙы. Проекттың асылы халыҡтан төрлө ҡалдыҡтар һатып
Иглин районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте
21 октября 202421 окт 2024
1 мин