Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙҙы. “Был аҙнала республикала XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы булды. Уға Рәсәй Президенты ла килде. Ул Радий Хәбиров менән осрашыу үткәрҙе һәм Өфөлә асылған Фехтование үҙәгендә булды. Форумда беҙҙең күп кенә чемпиондар, спорт федерациялары етәкселәре, федераль кимәлдәге ҙур дәүләт хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй төбәктәре башлыҡтары ҡатнашты. Башҡортостандың был масштаблы сара өсөн майҙансыҡ итеп һайланыуы республикабыҙҙың илдә физкультура һәм спорт үҫеше кимәле буйынса лидерҙарҙың береһе булыуын күрһәтә. Уңыштар нигеҙендә дүрт төп фактор бар. Күп кеше ҡатнашыу. Башҡортостанда спорт менән даими ҡатнашыусылар 2019 йылдағы 45,2 проценттан 2024 йылда 58,2 процентҡа тиклем артты. Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән артҡан шәп күрһәткес. Уларҙың күбеһе – 29 йәшкә тиклемгеләр. 60 йәштән олораҡтарҙың 220 меңдән ашыуы әүҙем йәшәү рәүеше алып бара. Спортты финанслау һәм спорт инфраструктураһы үҫеше. Башҡаса юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкин түгел. Әгәр 2018 йылда был маҡсатта - 4,4 миллиард һум, 2023 йылда 9,2 миллиард һум бүленде. Әле күберәк күптән түгел Өфөлә асылған Көрәш һарайы һәм Ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы тураһында һөйләйҙәр. Әммә, уларҙан тыш, биш йыл эсендә тотош республика буйынса 1400-ҙән ашыу объект сафҡа инде! Тренерҙарға һәм спортсыларға ярҙам системаһы. Беҙ уларҙы төҙөп бөтә алдыҡ. 2020 йылдан “Ауыл тренеры” проектын тормошҡа ашырабыҙ. Ул Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды һәм 20 төбәктә тормошҡа ашырыла ла. Унда ҡатнашыусыларға компенсация түләүҙәре 600 мең һумдан 1 миллион һумға тиклем артты. Ә быйылдан яңы проект – “Ҡала тренеры” – проекты тормошҡа ашырыла башланды. Һәләтле спортсылар тураһында ла онотмайбыҙ. Уңышлыраҡтарына дәүләт стипендияһы түләйбеҙ, матди йәһәттән дәртләндерәбеҙ. Юғары ҡаҙаныштар спорты. Был – беҙҙең иң яҡшы командаларыбыҙ – “Салауат Юлаев” хоккей, “Динамо-Урал” волейбол, “Өфө” футбол командаларыбыҙ һәм арҙаҡлы спортсыларыбыҙ – Олимпия уйындары чемпиондары һәм ҡатнашыусылар, донъя турнирҙары һәм ярыштар. Балалар улар кеүек булырға тырыша, ҡыҙҙар һәм малайҙар спорт секцияларына бара. Һәм республика намыҫы өсөн сығыш яһау абруйлы булһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Физик культура менән спорттың беҙҙәге системаһы Башҡортостанға тағы дан килтерер әле, тип ышанам. Беҙ чемпиондарыбыҙҙың яңы еңеүҙәре менән ғорурланасаҡбыҙ әле!” Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
"Чемпиондарыбыҙҙың яңы еңеүҙәре менән ғорурланасаҡбыҙ әле!”
20 октября 202420 окт 2024
2 мин