Бөгөн Атайҙар көнө! Ошо көн айҡанлы һеҙгә атайыбыҙ Ғәликәйев Мөҙәрис Мөбәрәк улы мәрхүмдең (йәне йәннәттә булһын) балаларына үҙ ҡулдары менән яҙып ҡалдырған васыятын тәҡдим итәм. "Мин бер аҙ ауырыштырһам да, әле тиҙ генә донъя ҡуйырға иҫәбем юҡ. Байтаҡ тырышлыҡ менән балаларымдың барыһын да имен-һау үҫтереп бөттөм һәм уларға мөмкин тиклем яҡшы тәрбиә бирергә тырыштым. Донъя ҡуйырға йыйынмайым тиһәң дә, белеп булмай - әжәл тигән нәмә һәр ваҡыт кешене аңдып, һағалап йөрөй, тиҙәр бит. Шуға күрә балаларыма әйтер һүҙҙәремде алдан уҡ яҙып ҡуяйым, тием. 1. Минең ҡәҙерле балаларым! Бөтәһенән дә элек, мин һеҙҙең артабан да татыу, берҙәм булып ҡалыуығыҙҙы, һәр ваҡыт бер-берегеҙгә ярҙам итешеп йәшәүегеҙҙе теләр инем. Был - минең һеҙгә әйтеп ҡалдыра торған төп һүҙем. Ул малайҙарыма ғына түгел, ҡыҙҙарыма ла ҡағыла. Малайҙарыма тағы шуны әйтер инем: апайҙарығыҙ һеҙгә лә, шулай уҡ әсәйегеҙ менән миңә лә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙып тора. Апайҙарығыҙҙы (һәм, әлбиттә, еҙнәләрегеҙҙе лә) бер ваҡытта ла сит