Уҙып барған аҙна сәйәси ваҡиғаларға бик бай булды. Башҡортостан “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумын ҡабул итте һәм беҙгә ошо уңайҙан дәүләт башлығы Владимир Путин килде. Ҡыуаныслы һәм мөһим көндәрҙә лә оппозиция баҫмалары үҙ ағыуын сәсеп ҡалырға тырышты. Һәр саҡтағыса, был эштә “Пруфы” баҫмаһы ситтә ҡала алманы. Улар “Мәктәп ерҙәре өсөн һуғыш” тигән баш менән Өфөләге 158-се гимназия тураһында яҙма баҫтырҙы. Стадион булмағанлыҡтан, уҡыусылар ватылған асфальтта физкультура менән шөғөлләнергә мәжбүр, тип раҫлай журналистар. Ә стадион өсөн участканы ниндәйҙер бизнесмен “тартып алған”. Етмәһә, гимназияның элекке директорын да ерҙе эшҡыуарға бирергә теләмәгәне өсөн эштән бушатҡандар. Был ысынлап та шулаймы? Юҡ! Беренсенән, стадион мәктәп ҡарамағында. Уны кемдеңдер тартып алыуы тураһында мәғлүмәт – ялған. Икенсенән, мәктәптең элекке директорын эштән бушатыу уның ерҙе шәхси кешегә бирергә теләмәүе менән бәйле түгел. Өсөнсөнән, журналистар яҙыуынса, физкультура дәрестәре ватылған асфальтта үтмәй. – Физкультура дәрестәренә килгәндә иһә, улар гимназияның спорт залдарында үткәрелә, мәктәптә улар икәү – 500 һәм 300 квадрат метрлыҡ. Мәктәп тирәләй еңел атлетика буйынса беҙҙең арендаторҙарҙың тәрбиәләнеүселәре йүгерә. Гимназия биләмәһендә ватылған асфальт участкаһы юҡ. Ваҡ таш түшәлгән стадион бар. Унда әлегә физкультура дәрестәре һәм башҡа төрлө мәктәп саралары үткәрелмәй, – тип һөйләне беҙгә гимназия директоры Азат Аҡманов. Өфө мэрияһында аңлатыуҙарынса, 158-се башҡорт гимназияһы биләмәһендә физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөргә ниәтләйҙәр. Бөгөнгө көндә объектты проектлау һәм төҙөү өсөн финанслау сығанаҡтары эҙләү алып барыла. “Однажды в Башкирии” тг-каналы йәнә яҙылыусыларына башҡорт телен һаҡлау буйынса проекттар, дөрөҫөрәге, уларҙың республикала юҡлығы хаҡында “дөрөҫөн” һөйләп, “күҙҙәрен асты”. Ләкин шуныһы, һанап үткән проекттарҙың барыһы ла тиерлек уларҙың эшһеҙлеген һәм дәүләт бюджетын туҙҙырған өсөн әрләгән “институттар” тарафынан эшләнгән. Башҡортостан Башлығы грантына “Һомай” исемле аҡыллы колонка булдырылды. Был проект башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошма менән берлектә тормошҡа ашырылған. Канал яҙған “энтузиастар”ҙың эше дәүләт ярҙамынан тыш мөмкин булмаҫ ине. Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында тәүге башҡорт аҡыллы колонкаһын яҡшыртыу буйынса эш дауам итә. “Google Translate”ҡа башҡорт телен ирекмәндәр өҫтәне. Проект авторҙарының береһе Искәндәр Шакиров параллель тәҡдимдәр корпусын тулыландырыу өсөн физик берәмектәр өсөн башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошманан грант алды. Миҫал итеп Татарстанды килтерәләр, унда дәүләт заказы буйынса рус-татар онлайн-тәржемәсеһен төҙөгәндәр. Һеҙ ғәжәпләнәһегеҙ, ләкин шундай уҡ онлайн-тәржемәсе Башҡортостанда ла бар. Эйе, ул да Башҡортостан Башлығы грантына ойошторолған. Әйткәндәй, ҡулланыусыларҙың баһаламалары буйынса, Google Translate-ҡа ҡарағанда, ул анығыраҡ тәржемә итә. Әгәр сит күҙҙә сүп-сар эҙләмәһәң, республикала башҡорт телен һанлаштырыу буйынса бик күп проекттарҙың ғәмәлгә ашырылыуын күрергә мөмкин. Ул тел ҡушымталары, балалар өсөн ҡушымталар, махсус сайттар. Яңыраҡ башҡорт теле буйынса онлайн-олимпиада тамамланды (диктант менән бутамағыҙ). Башҡорт телендәге хаталарҙы тикшереү өсөн сайт, хатта кескәйҙәр өсөн уйындар һәм йәнһүрәттәр бар. Былар барыһы ла – республика властары ярҙамында бойомға ашырылған проекттарҙың бер өлөшө генә. “Однажды в Башкирии” тг-каналын “Пруфы” баҫмаһы журналистары алып бара. Журналистиканың төп принциптарының береһе - мәғлүмәтте фактчекинглау. Әйткәндәй, ошо уҡ канал был аҙнала ваҡытлыса эшләмәй торған башкортсофт.ру тәржемәсе сайтына бәйләнде. Имеш, Башҡортостан Башлығы грантына булдырылған тәржемәсе эшләмәй тора. Сәбәбен асыҡлау өсөн башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән бәйләнешкә индек. Сайт техник сәбәптәр арҡаһында бер нисә көнгә өҙөлдө һәм кире эшләй башланы ла. – Башҡортсофт өсөн лингвистик мәғлүмәттәр әҙерләгәндә (монотелдәр корпусы, рус-башҡорт параллель корпусы һәм һүҙлектәр) ғалим-лингвистар, филологтар, тәржемәселәр ҡушылды. Тәржемәсе базаһына Башҡортостан журналистарының бихисап мәҡәләләренең тәржемәләре индерелгән. Лингвистик база булдырыу буйынса ентекле эш үҙ һөҙөмтәһен бирҙе – 2024 йылға тиклем башкортсофт руссанан башҡортсаға һәм башҡортсанан руссаға иң яҡшы тәржемәсе булды, - тип аңлатты ойошма директоры Гөлназ Йосопова. Уның һүҙҙәренсә, был мәлгә Гугл һәм Яндекс-тәржемәселәр, ысынлап та, тәржемә сифаты буйынса ҡалышҡан. Әммә Гугл һәм Яндекс менән лингвистик мәғлүмәттәрҙе уртаҡлашырға хәл ителде. Шулай итеп, башкортсофт ярҙамында был тәржемәселәрҙең тәржемә сифаты ла яҡшырған. Журналист Рәмил Рәхмәтов Путиндың балалар спортын коммерциялаштырыу тураһындағы һүҙҙәренә шәхси интерпретацияһы менән уртаҡлашты. Һәр ваҡыттағыса, уның субъектив баһаһы хәҡиҡәттән йыраҡ булып сыҡты. Үҙ посында ул спортты үҫтереү буйынса ни бары ике республика программаһын хәтергә төшөрҙө һәм спортсыларҙың үҙҙәренә яңы спорт объекттары кәрәкмәүен белдерҙе. Яңы объекттар төҙөү – күмәк спорт төрҙәрен үҫтереүгә һәм спорт хәрәкәттәрен үҫтереүгә комплекслы ҡараш. Бынан тыш, профессиональ спортсыларҙы, шул иҫәптән адаптив спорт төрҙәре буйынса спортсыларҙы һөҙөмтәле әҙерләү өсөн шарттар булдырыла. Президент Владимир Путин бындай төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү кәрәклеге хаҡында күп тапҡырҙар телгә алды. Дөйөм алғанда, балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү – төбәк спорт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. 2022 йылдан Башҡортостан Башлығы кубогына йәйге һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса Универсиада ғәмәлгә ашырыла, унда 3000-дән ашыу кеше ҡатнаша. Урта һөнәри белем биреү учреждениелары араһында спартакиада 92 000 ашыу ҡатнашыусыны үҙ эсенә ала. “Башҡортостандың спорт мәктәбе” программаһы 6-18 йәшлек балаларға махсус учреждениеларҙа спорт менән бушлай шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Кем белә, бәлки, был йәш таланттар араһында буласаҡ олимпия чемпиондары йөрөйҙөр. Шулай уҡ республика Башлығы инициативаһы менән күренекле спортсылар һәм тренерҙар өсөн дәүләт стипендиялары булдырылды – уларҙы 80-дән ашыу кеше алды. Башҡортостан Республикаһы – бындай түләүҙәр ғәмәлгә ашырылған күп булмаған төбәктәрҙең береһе. Бындай программалар һәм ярҙам саралары миҫалдарын беҙ туҡтауһыҙ килтерә алабыҙ. Ә Рәмил Рәхмәтов – тик үҙенең уй-фекерҙәрен, фараздарын ғына.