20 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған сараларҙа ҡатнашты. Төбәк етәксеһе арҙаҡлы йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәренең һәйкәленә сәскәләр һалды. Сарала Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова һәм Мостай Кәрим ғаиләһенең башҡа ағзалары, “Бәхет биләмәһе” һәм “Өфө хосписы” хәйриә фондтарының попечителлек советтары рәйесе Каринэ Хәбирова һәм Башҡортостан мәҙәниәтенең башҡа хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ҡунаҡтар Мостай Кәримгә һәйкәлде ҡараны. Белеүебеҙсә, уны Профсоюздар йорто алдындағы скверҙа асҡандар ине. Композиция скульпторы – Андрей Ковальчук. Бронза статуяның бейеклеге – 6 метр, оҙонлоғо – 15 метр. Көндөң төп ваҡиғаһы Мостай Кәримдең “Ҡара һыуҙар” поэмаһы буйынса ошондай уҡ исемле спектакль булды. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған постановканы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында күрһәттеләр. Фронтта ҡатнашҡан шағир әҫәрҙәренә нигеҙләнеп яҙылған тарих тамашасыны кеше ғүмере мәғәнәһе тураһындағы уйланыуҙарға илтә. Спектаклдә яҙыусының ундан ашыу әҫәре файҙаланылған, ә артистарҙың монологтары башҡорт шағиры тормошоноң күңелдәрҙе тетрәндергән мәлдәре менән байытылған. Спектаклде күрһәтер алдынан республика Башлығы Радий Хәбиров тамашасыларҙы күренекле дата менән ҡотланы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримоваға Мостафа Сафа улының мираҫын һаҡлағаны өсөн рәхмәт әйтте. - Мостай Кәрим – арҙаҡлы кеше, башҡорт халҡының ысын улы, бөйөк шағир. Мин үҙемде бәхетле кеше тип иҫәпләйем, сөнки уның менән аралашыу һәм эшләү мөмкинлеге булды. Был – сағыу һәм интеллигент йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Уның мираҫының бөгөн дә һаҡланыуы мөһим. Бөйөк шағирҙы ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙына һәм ул етәкләгән фондҡа рәхмәт белдерәм. Һеҙ Мостай Кәрим мираҫын һаҡлап ҡалыу өсөн күп эшләйһегеҙ. Уның мираҫы яңы мәҙәни проекттар өсөн нигеҙ булып тора. Уларҙың береһе – уның поэмаһы буйынса был спектакль. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Кәримова Мостай Кәримдең театрҙарҙы бик ныҡ яратыуы тураһында белдерҙе. Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мостай Кәрим әҫәрҙәренән “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесының иң яратҡан икәнлеге тураһында әйтте. Сығанаҡ, фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/184484.html