Мәскәүҙә улдары хәрби хәрәкәттәрҙә, шул иҫәптән махсус операция биләмәһендә батырлыҡ күрһәткән атайҙарҙы бүләкләнеләр. Рәсәй оборона министры урынбаҫары – статс-секретарь, "Ватанды һаҡлаусылар” фонды рәйесе Анна Цивилева “Һалдат атаһы” йәмәғәт таныуы наградаһын һәм “Окоп шәме” милли премияһын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. Бүләкләнеүселәр араһында махсус хәрби операция геройҙарының аталары һәм Ватан һаҡсыларына ярҙам иткән ирекмәндәр бар. “Уларҙың һәр береһе беҙҙең өсөн яуаплылыҡ һәм хәстәрлек өлгөһө булды. Был кешеләр ауырлыҡтарҙы ышаныс менән еңеп сыға һәм беҙгә алға барырға ярҙам итә”, – тип билдәләне Анна Цивилева. Башҡортостан Республикаһында тыуып үҫкән, Рәсәй Геройының атаһы Александр Дудко - бүләкләнеүселәр иҫәбендә. Уның улы Борис Дудко, командованиеның бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы һөҙөмтәһендә, ротаға етәкселек итеп, ул бер алышта дошмандың 20 танкын, 18 БМП-һын, шулай уҡ 200-гә яҡын неонацисты юҡ итә һәм дошмандың нығытылған районын баҫып ала. Борис Дудко был алыш өсөн Рәсәй Геройы исеменә, танк ротаһының шәхси составы Батырлыҡ ордендарына тәҡдим ителә. Дудколар ғаиләһендә өс офицер. Александр Иванович үҙе 30 йыл полицияла эшләгән. – Ике улым хеҙмәт итә, береһе – майор, икенсеһе – подполковник. Үҙем запастағы подполковник. Иң бәләкәй ейәнем Трофим кадет училищеһына уҡырға инде, – тип һөйләне Александр Дудко. “Шуныһы мөһим, “Һалдат атаһы” – ул йәмәғәт наградаһы, Рәсәй граждандарының ата-әсә ҡаһарманлығының хаҡын, яугирҙәребеҙҙең батырлығын аңлауын, уларға был тоғролоғо һәм яҡлауы өсөн рәхмәт белдереүен раҫлау”, – тип белдерҙе “Ватан һаҡсылары” фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Фото: скриншот.