“Ашыҡма!” Юлда йыш йөрөйөм. Сөнки төп эшемдән тыш такси хеҙмәте күрһәтәм. Буш саҡта йәки ял көндәрендә. Ҡайһы бер водителдәрҙең кәрәкмәгән ерҙә тиҙлекте арттырыуы йәки алдымда һөйрәлеп тик барыуы, йә юлды ҡырҡып үтеп китеүе йәнде лә көйҙөрә. Шундай кешеләрҙе үҙем үтеп китергә тырышам. Был юлы ла алдымда бер машина барҙы. Яйлап бара-бара ла, мин үтәйем тиһәм, тиҙлеген арттыра йә минең юлыма сыға. Йәнем көйөп, йәһәт кенә үтеп китәйем тигәйнем “Ашыҡма!” тигән тауыш ишеттем. Ҡайҙандыр асыҡ ишетелгән тауышҡа аптырап, тиҙлекте әкренәйттем. Күпмелер саҡрым үткәс тынысландым, әммә баяғы машина һаман йәнгә тейә бит! Үтәйем тиһәм үткәрмәй, әллә нимә эшләй. Был юлы нисек тә булһа ла үтәм тип ынтылғайным, баяғы “ашыҡма!” тигән тауыш мейемдә ҡурҡыныс булып яңғырап китте. Бөтөнләй яйланым, теге машинанан артта ҡалдым. Боролошҡа әйләнгәс, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Өс машина төкөшкән, береһе әйләнеп ята. Араларында юл буйы мин уҙырға маташҡан, унан юл бирмәй аптыратҡан машина ла бар. Уның машин