“Бөрйән районының Яңы Усман ауылында ҙур бәлә булды: етмеш йәштән үткән Вәзимә һәм Ғәле Мәжитовтарҙың тотош йорт-ҡаралтыһы янып юҡҡа сыҡты. Улар – ғүмер буйы ошо ауылда эшләгән, үҙ көстәре менән тырышып тормош көткән, дүрт бала үҫтергән хөрмәтле, абруйлы ғаилә. Вәзимә Ишбулды ҡыҙы – Яңы Усманда етмешенсе йылдарҙан алып башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан, ауылдағы нәҫелдәрҙең тарихын өйрәнеүгә, шәжәрәләрен төҙөүгә ҙур өлөш индергән, һәр уҡыусыһы күңелендә туған телебеҙгә, рухи ҡиммәттәребеҙгә оло һөйөү тәрбиәләгән ысын педагог. Ғәле Әхмәтғәзе улы – ун балалы ҙур ғаиләлә иң өлкән ағай. Ғүмер буйы ауыл хужалығында өлгөлө хеҙмәт иткән, ҡусты-һеңлеләренә, балаларына терәк-таяныс булып, үрнәк күрһәтеп йәшәгән, әле лә гел эш тип янған хөрмәтле уҙаман. Уларҙың ут күршеләре, Ғәле Әхмәтғәзе улының бер туған кинйә ҡустыһы Шәфҡәт Мәжитовтың да ошо янғында байтаҡ мөлкәте әрәм булды. Ауылдың мәҙәни тормошон юғарыға күтәргән, район, республика кимәлендә ҙур-ҙур еңеүҙәр яулаған, күмәк бала үҫтергән