Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уҡалы еләндең тарихы тәрәндә...

"Хан ҡыҙы" - башҡортомдоң милли кейеме" төркөмө хәбәр итеүенсә, Йылайыр районында тарихы бер быуатҡа барып тотошҡан бик уникаль елән табылған. "Был уҡалы елән заманында Игебаева-Айҙашева Мәстүрә Ғималитдин ҡыҙында һаҡланған ҡомартҡы, үҙе менән килен булып төшкәндә алып килгән.Ул 1909 йылда Хәйбулла районы Һарғайы ауылында тыуып үҫкән. Йәшләй генә 1925 йылда Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылы егете Игебаев Сәйфетхин Хәсән улына кейәүгә сыға.Атаһы ваҡытында Мәстүрә инәйгә еләнде бер тай биреп, һатып алған. Ҡаҙырша ауылы халҡы һөйләүенсә, оҙатылып килгәндәге еләнен Мәстүрә инәй Игебаева байрам-сараларҙа йыш ҡына кейер булған.Иҫәпләп ҡараһаң, был еләнгә бер быуат ваҡыт уҙған. Шуға ҡарамаҫтан, ул матур һаҡланған, тик төҫө уңып, уҡалары ғына ҡойолған.Был уҡалы еләндең тарихы Йылайыр районы Воскресенское ауылында йәшәүсе Ғәйетова Мәғәмүрә Сәйфетдин ҡыҙынан яҙып алынды. Елән әсәһе Мәстүрә Ғималитдин ҡыҙынан уға тапшырылһа, әлеге мәлдә ул ҡыҙҙарының ҡулында һаҡлана", -тип хәбәр ителә төркөмдә. Бәлки тап һеҙҙә ошондай халҡыбыҙҙың ҡомартҡыһы булыр әйберҙәр һаҡланалыр? Әйҙәгеҙ, фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле. Фото һәм сығанаҡ: "Хан ҡыҙы" - башҡортомдоң милли кейеме" төркөмө