Найти в Дзене

Һынауҙар һындырмаһын

Саҡмағош районының Яңы Балтас ауылында тирә –яҡҡа ҡот, иман таратып “Фәриҙә” мәсете балҡып ултыра.Әллә ҡайҙан үҙенә тартып торған иман йорто, юл өҫтөндә урынлашҡанғамы, унан кеше өҙөлмәй, тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, уны кереп күрергә булдыҡ. Ишеткәндәр хаҡ булып сыҡты. Иман йортоноң имам-хатибы Хәҙис хәҙрәт Исламов бик ихлас ҡаршы алды. – Был мәсетте ауылыбыҙҙан Фәриҙә исемле апайҙың ҡыҙы менән улы төҙөттө. Шуға уның исемен йөрөтә. Мәсетебеҙ 2008 йылда асылып, матур итеп эшләп килә. Ҡаран, Ҡаръяуҙы, Туҡай, Яңы Бирҙе, Байбулат һәм башҡа ауылдарҙан да киләләр бында. Ошонда никах уҡытыу, исем ҡуштырыу йолалары башҡарыла, Ураҙа, Ҡорбан байрамдар үткәрелә, йома намаҙҙары үтә. Уҡыуҙар ҙа уҙғарабыҙ. Балалар йәйен каникул мәлендә уҡыуға йөрөнө, әле шәмбе көндәрендә лә киләләр. Октябрь айында ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр өсөн уҡыуҙар башларға торбыҙ. Быйыл балалар араһында ҡөръән уҡыу буйынса конкурс үткәрҙек. Ул 60 -ҡа яҡын кешене йәлеп итте. Хатта күрше райондарҙан да килделәр, – тип һөйләп алып ки

Саҡмағош районының Яңы Балтас ауылында тирә –яҡҡа ҡот, иман таратып “Фәриҙә” мәсете балҡып ултыра.Әллә ҡайҙан үҙенә тартып торған иман йорто, юл өҫтөндә урынлашҡанғамы, унан кеше өҙөлмәй, тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, уны кереп күрергә булдыҡ. Ишеткәндәр хаҡ булып сыҡты. Иман йортоноң имам-хатибы Хәҙис хәҙрәт Исламов бик ихлас ҡаршы алды. – Был мәсетте ауылыбыҙҙан Фәриҙә исемле апайҙың ҡыҙы менән улы төҙөттө. Шуға уның исемен йөрөтә. Мәсетебеҙ 2008 йылда асылып, матур итеп эшләп килә. Ҡаран, Ҡаръяуҙы, Туҡай, Яңы Бирҙе, Байбулат һәм башҡа ауылдарҙан да киләләр бында. Ошонда никах уҡытыу, исем ҡуштырыу йолалары башҡарыла, Ураҙа, Ҡорбан байрамдар үткәрелә, йома намаҙҙары үтә. Уҡыуҙар ҙа уҙғарабыҙ. Балалар йәйен каникул мәлендә уҡыуға йөрөнө, әле шәмбе көндәрендә лә киләләр. Октябрь айында ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр өсөн уҡыуҙар башларға торбыҙ. Быйыл балалар араһында ҡөръән уҡыу буйынса конкурс үткәрҙек. Ул 60 -ҡа яҡын кешене йәлеп итте. Хатта күрше райондарҙан да килделәр, – тип һөйләп алып китте Хәҙис хәҙрәт. Имам-хатиптың дин юлына килеү тарихы менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. Ул үҙе күрше Ленин ауылынан икән. Өфөлә йәшәгән сағында уҡ ял көндәрендә ҡайтып, ул ваҡыттағы иамам-хатип Дилшат хәҙрәткә ярҙам итеп йөрөгән. Ауылға ҡайтып төпләнгәс, уның үҙенә имам-хатип бурысы йөкмәтелә. Дингә әңгәмәсем 48-50 йәштәрҙә килгән. –Минең ике яҡлап та өләсәйҙәрем диндә булды, атайым яғынан олатайым намаҙ уҡыны. Шуға бала саҡтан дини тәрбиәне һеңдереп үҫтем. Үҙем дә яйлап дингә килдем. Дин – тик яҡшыға өйрәтә, тормошобоҙҙо көйләй. Арабыҙҙа дини кешеләр ишәйһә, кире күренештәр ҙә аҙ булыр ине. Был донъяла Аллаһ Тәғәлә беҙҙе байлығы менән дә, ауырлыҡтары менән дә һынай. Һәр ҡайһыбыҙға үҙебеҙ күтәрә алырлыҡ һынауҙы бирә. Минең теләгем – балаларҙы диндә тәрбиәләү. Шул ваҡытта улар тәртипле, ололарға итәғәтле, тәбиғәткә һаҡсыл, иманлы булып үҫә. Был донъя өсөн кәрәкле белемде мәктәптә бирәләр, балаларыбыҙға әхирәт өсөн кәрәкле белемде лә һеңдереп үҫтерәйек. Беҙҙең өсөн һуңынан доға уҡырлыҡ вариҫтарыбыҙ ҡалһын, – тигән изге теләктәрен дә еткерҙе имам-хатип. Яңы Балтас ауылында һәр ваҡыт әлегеләй мәсет ишектәре асыҡ булһын. Иманға тартылған халыҡ унан өҙөлмәһен. Автор фотолары.