Белорет районы Әзекәй ауыл биләмәһе халҡы бик берҙәм. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү ҙә бында бик дәррәү бара. Был хаҡта ауыл хакимиәте башлығы Нажиә Вәлиева "Электрогазета" хәбәрсеһенә һөйләгән. - Махсус хәрби операция башланғас та ярҙам эшенә ҡушылдыҡ. Яугирҙәргә лә, ғаиләләренә лә булышлыҡ итәбеҙ. Кем нимәгә мохтаж, нидәй ярҙам кәрәк - был турала шәхсән үҙем иҫәп алып барам. Ауыл биләмәһенә алты ауыл ҡарай. Һәр яугирҙең ғаиләһенә депутат беркетелгән, был килеп тыуған мәсьәләләрҙе мөмкин тиклем тиҙ хәл итеүгә ярҙам итә. Яуҙағы ир-егеттәрҙең ғаиләләренә күрһәткән булышлыҡ йылдың төрлө миҙгелендә төрлөсә. Мәҫәлән, ҡышын ихатаны ҡарҙан әрсергә, ә яҙын ҡыйыҡ башын ҡарҙан таҙаларға булышабыҙ. Әле, мәҫәлән, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләү мәсьәләһе менән мәшғүлбеҙ. Бесән алып ҡайтырға ла ярҙам итәбеҙ. Бында ирекмән йәштәр ҡушыла. Бер мөрәжәғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Әйтәйек, өйҙө һалып бөтөргә булыштыҡ. Был хәл шулай булды: хужа егет йортон төҙөп бөтә алмайынса МХО-ға китте. Егеттәр йыйылды ла уны һалып бөттө. Быйыл ҡайһы бер ауылдарға газ үткәрелде. Был саҡта ла яугирҙәр ғаиләһе иғтибар үҙәгендә булды, уларға газ иң алдан индерелде. Яугир ир-егеттәргә ярҙам итеү ҙә туҡтап торғаны юҡ, – тип бәйән итә Н. Вәлиева. Әзекәй ауыл биләмәһе халҡына афарин тип әйтергә ҡала. Халҡыбыҙ, тимәк, Ватаныбыҙ ошондай берҙәмлек менән көслө! Сығанаҡ: i-gazeta.com/news/novosti/
Яугирҙәргә лә, ғаиләләренә лә күмәкләп ярҙам итәләр
19 октября 202419 окт 2024
1 мин