Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Хөртәйгәндән хөртәйә”

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юлъяҡшындың (Элвин Грей) ҡолаҡтары, дөрөҫөрәге ишетеү һәләте менән проблемалары башланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ул ошо сәбәпле хатта бер нисә концертын кисектереп торорға мәжбүр булды. Шулай ҙа ошо көндәрҙә Өфөлә үтергә тейеш концерттарын ойошторҙо һәм кисә ул йәнә табиптарға барған. Улар Радикка йүнле хәбәр әйтмәгән. Артист әле һаман ҡолағындағы шешенеү арҡаһында ишетеү һәләтен юғалта бара. Был турала ул социаль селтәрҙә һөйләне. – Ишетеү менән проблема мине һаман ебәрмәй. Яҡшырыу юҡ, хөртәйгәндән хөртөрәк ишетәм, – тине ул. Шуға күрә ул бынан ары килгән концерттарын үткәрмәй торасаҡ һәм һаулығы менән ныҡлабыраҡ шөғөлләнәсәк. Яҡынса, әлегә ике аҙнаға концерттар кисектерелә. Артист бының өсөн үҙенең тамашасыларынан ғәфү үтенгән. Уға тиҙерәк һауығыу теләйбеҙ. Фото: социаль селтәрҙәр.