Танылған йырсы Дамир Тайыповтың улы Баязитты социаль селтәрҙәге сығыштары аша күптәр танып беләлер. Нәргизә менән Дамир Тайыповтарҙың балалары Баязит менән Сара саф башҡортса һөйләшеүе, йырҙар, шиғырҙар башҡарыуы менән дә һоҡландыра. Әле бына был юлы Баязит Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған кисәлә шағирҙың "Ҡайын япрағы тураһында һүҙ" шиғырынан өҙөк ятлап ҡыуандырған. Был видео менән республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова уртаҡлашты. Афарин, Баязит! Телеңдән һөйөн һәм күҙ теймәһен үҙеңә! Фото: видеояҙманан скриншот. Видео: Әминә Шафиҡованан.