Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Мин Путиндың ҡулын ҡыҫтым!"

Ошо көндәрҙә Өфөгә илебеҙ Президенты Владимир Путин килде. Башҡортостанда ҙур сара – “Рәсәй – спорт державаһы” форумы үтте. Дәүләт башлығының эше һуң ғына тамамланһа ла, ул үҙен көтөп торған кешеләр янына туҡтап, бер аҙ аралашты, ҡул ҡыҫты һәм автографтар бирҙе. Владимир Путиндың ҡулын ҡыҫҡандар араһында Өфөнән 12 йәшлек Рамаҙан исемле малай ҙа булған. Уны “Честно говоря” тапшырыуы хәбәрселәре тапҡан һәм һөйләшкән. Рамаҙан баш ҡаланың 41-се мәктәбендә уҡый. Ул Көрәш һарайы янында йәшәй һәм Путин кеүек үк дзюдо менән шөғөлләнергә теләй. Рамаҙан Владимир Путинға иҫтәлекле брелок бүләк иткән һәм уны ейәненә тапшырыуҙы һораған. Шулай уҡ малай Президенттың ҡулын ҡыҫҡан. “Мин был ваҡиғаны ғүмерем буйы хәтерләйәсәкмен”, ти Рамазан. Әйткәндәй, ағаһы янында уның һеңлеһе Самира ла булған. Унда ла Путин ҙур тәьҫораттар ҡалдырған. Фото: скриншот.