"Бәйләнештә"ге сәхифәһендә тәмле аш-һыу рецепттары менән даими уртаҡлашҡан оҫтабикә Айгөл Иҙрисованан ҡабаҡ ҡайнатмаһы рецебы. "Ҡабаҡ үәринйәһен мин һәр ваҡыт күп итеп ҡайнатам. Ошо юлы 4 кг ҡабаҡтан. Минән башҡа ашаусы булмаһа ла ҡайнатам. Кемдәр ҡабаҡ ярата, шуларға күстәнәскә бирәм. 4 кило ҡабаҡтың яртыһын шаҡмаҡлап тураным, ҡалғанын йәшелсә турағыс аша әйләндерҙем. 0,5 кг алма турап ҡуштым. Тимәк:4 кг ҡабаҡ0,5 алма (күрәгә, йөҙөм дә һалалар икән)4 кг шәкәр (әҙерәк тә мөмкин)4 лимон ит турағыс аша, ҡабығы менән ҡуша.Бөтәһен бергә бутап алғас, шәкәр һалып төнгөлөккә ҡалдырҙым. Иртән ҡайнатырга ҡуйҙым.Ҡайнап сыҡҡандан һуң 10 минут талғын утта ҡайнаттым, һүндереп һыуығансы тоттом. Аҙаҡ шаҡмаҡлы ҡабаҡтар йомшарғансы 10-15 минут талғын ғына утта тотоғоҙ.Шул тиклем тәмле, файҙалы ҡайнатма!Икенсе көнөнә тағы ла тәмлерәк, үтә күренмәле булып китә", - тип яҙҙы Айгөл. Аштарығыҙ тәмле, ризыҡтарығыҙ мул булһын! Фото һәс сығанаҡ: А. Иҙрисованынң "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.