Найти тему

Хатта алыҫ аралар ҙа күнекмәләргә ҡамасау була алмай

Команда етәксеһе – Башҡортостандың Адаптив спорт үҙәге етәксеһенең методик эштәр буйынса урынбаҫары Артур Ғәбитов. Уның әйтеүенсә, үҙәк белгестәре барлыҡ махсус хәрби операция ветерандары менән эшләй. Бөтәһе лә “Ҡаһарманлыҡ” проектынан башланған. Физкультура һәм спорт ярҙамында махсус хәрби операция ветерандарын социаль адаптациялау буйынса мәсьәлә ҡуйылған. Быйыл был башланғысты үҙәк алған һәм проектҡа етәкселек итә. “Беҙҙең заман геройҙары” ярыштарына команданы йыл элек туплай башлағандар. Былтыр үткәрелгән Ватан һаҡсылары кубогына ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы ла саҡырғандар. Ветеран спортсылар даими рәүештә үҙҙәрен физик формала тоторға тырыша. Әйткәндәй, күптәренә райондарҙан Өфөгә килергә тура килә, әммә был уларҙы туҡтатмай. Сөнки хатта алыҫ аралар аралашыуға ҡамасау була алмай. Өҫтәүенә, уларҙың кубеһе бер нисә спорт төрө буйынса ярыштарҙа үҙ көсөн һынап ҡараны. “Бындай саралар ветерандарҙы туплай, сөнки улар майҙансыҡта ғына көнәркәш. Армия сафында хеҙмәт иткәндәр, яуҙа булғандар өсөн коллективтың дуҫ булыуы мөһим. Бынан тыш, ошондай ярыштар Рәсәйҙең Паралимпия буйынса йыйылма командаһына эләгеү өсөн кәрәк”, - тип белдерҙе Артур Ғәбитов. Автор фотоһы.