Докладтың проектын Йәмәғәт палатаһының “Сообщество” йомғаҡлау форумының пленар ултырышында йәмәғәтселеккә еткерергә ниәтләйҙәр. Был сара 1-2 ноябрҙә Мәскәүҙә үтә. Форумда ҡатнашыусылар ғына түгел, ә илебеҙҙең һәр гражданы проектты камиллаштырыуға үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн 1-30 ноябрҙә Йәмәғәт палатаһына тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләрҙе ебәрергә була. Докладта гражданлыҡ йәмғиәтенең әлеге хәле һәм үҫеш мөмкинлектәре сағылыш ала, был Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегенең иң социаль әһәмиәтле һәм көнүҙәк йүнәлештәрен анализлауға нигеҙләнә. Ғәҙәттәгесә, докладта шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған тармаҡ үҫеше, хәйриәлек һәм ирекмәнлек, урындағы үҙидара мәсьәләләре ҡарала. Палатаның граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү һәм норматив хоҡуҡи акттар проекттарына йәмәғәт экспертизаһы үткәреү һөҙөмтәләре, тағы ла халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, төбәк йәмәғәт палаталары, башҡарма властың федераль органдары ҡарамағындағы йәмәғәт советтары, йәмәғәт күҙәтеү комиссиялары менән эшләү мәсьәләләре һәм башҡа һорауҙар сағылдырыла. Докладтың йомғаҡлау версиһяһы Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путинға еткереләсәк. Тәҡдимдәрҙе йыйыу өсөн форма: https://forms.yandex.ru/cloud/66f15fcf90fa7be3d75f2830/