“Спорт берләштерә, илһамландыра, йәшәү дәртен арттыра, төрлө борсолоу-һыҙланыуҙарҙан бер аҙға оноттора. Спорт – ул еңеү һәм еңелеү, тәжрибә туплау, аралашыу, дуҫлыҡ, бер-берең өсөн хәстәрлек күрә белеү...” Бына ошондай фекерҙәргә юлыҡтыҡ бөгөн Өфөләге Рима Баталова исемендәге Башкортостан спорт әҙерлеге үҙәгендә барған Рәсәй Паралимпия комитетының МХО ветерандары өсөн төбәк-ара физкультура һәм спорт сараһы "Беҙҙең заман геройҙары" ярыштарында. Удмуртияның Сарапул ҡалаһынан махсус хәрби операция ветераны Игорь Коренев сараға ҡатыны Ләйлә Ибраһим ҡыҙы менән килгәйне. - Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә һәр саҡ беҙ ашҡынып киләбеҙ. Бында һәр саҡ ихлас ҡаршылайҙар. Һеҙҙең ваҡ бәлеш, сәк-сәк, әлбиттә, хуш еҫле, шифалы бал һәм тәбиғәт ныҡ оҡшай. Былтыр ҙа Рима Баталова исемендәге Башҡортостан спорт әҙерлеге үҙәгендә махсус хәрби операция ветерандары араһында үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашҡайныҡ, быйыл да килдек, – ти Игорь ҡатыны менән. – Башҡортостанда бына ошондай ҙур, иркен махсус спорт үҙәг