Форум, ғәҙәттәгесә, Өфөлә уңайлы мөхит булдырыу өсөн техник реабилитация һәм реабилитация ҡорамалдары етештереүселәрҙе йыя, улар – Приморье крайынан алып Калининградҡа ҡәҙәр. Фекер алышыу майҙансыҡтарында, форсайт сессияһында, түңәрәк өҫтәлдәрҙә эксперттар, власть, бизнес, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе комплекслы реабилитациялауға ҡағылған яңы закондарҙы, реабилитация тармағын үҫтереү стратегияһын, илдә социаль йоғонто яһау проекттарын үҫтереү юлдарын һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса инновацион ҡарарҙарға бәйле башҡа бик күп мәсьәләләрҙе тикшерергә ниәтләй. Форумды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора. Унда Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт министрлығының инвалидтар мәсьәләләре буйынса департаменты директоры Дмитрий Лигомина, «Мөмкинлектәр технологиялары» социаль инновацияларҙы үҫтереү үҙәге һәм «АУРА-Т
Өфөлә III Бөтә Рәсәй "Ҡаршылыҡтарҙы емереп" форум-күргәҙмәһе була
18 октября 202418 окт 2024
1
2 мин