Азат хәҙрәт Хәлиловтың Ҡөрьән ашын уҙғарыуға ҡағылышлы яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. "Хәҙерге ваҡытта миңә Ҡөрьән ашы тураһында бик күп һорау бирәләр ошоға яуап итеп түбәндәгеләрҙе тәҡдим итәм. Иң беренсе динде ихтирам итеү. Кеше саҡыраһығыҙ икән, үҙегеҙ өлгө булырға тейеш. Бында иң әүәл, дөрөҫ кейенеү, икенсе хәләл ризыҡтар, өсөнсө- мәжлестә кәрәкһеҙ темаға һөйләшеү булырға тейеш түгел. Мин, имам булараҡ, аят аштарына көн дә йөрөргә тура килә. Иң беренсе һүҙҙе ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ кейенеүҙән башлайым. Әлбиттә, вәғәземде дөрөҫ аңларлыҡ итеп, үпкәләшеүҙәр булмаҫлыҡ итеп һөйләйем. Тағы ла бер сетерекле мәсьәлә: һине кеше ихтирам итеп, шундай оло ашҡа, Ҡөрьән ашына, саҡыра икән, ниңә әле унда түш, ҡулдар күренеп торған, ҡыҫҡа итәкле кейем кейеп барырға!? Доғалар ҡасан тиҙерәк ҡабул була? Әлбиттә, фәрештәләр беҙҙең менән бергә доға ҡылғанда. Ә инде дөрөҫ кейенмәгән ҡатын-ҡыҙ булған ергә фәрештәләр кермәй, ояла. Өйгә аят уҡытҡанда аҙан әйтелергә тейеш! Аҙан яңғыраған ерҙән яман көстөр ҡаса. Ди