Республика дауаханаһында төрлө төбәктән осрашҡан ҡатындарҙың һөйләшер һүҙ бөтмәй. Әлбиттә, һүҙ күберәк балалар, ғаилә, бигерәк тә ирҙәр тураһында өйөрөлә. Бер Саимә апай өндәшмәй. Өфөгә яҡын йәшәгәс уның ире көн аша килеп етә. Һәр саҡ ыҫпай, матур кейенеп, төҙ баҫып йөрөгән ирҙең кем булып эшләгәнен белге килә. Ә апайыбыҙ өндәшмәй. Йылмая ла ҡуя. Ире тағы килеп киткәс беҙҙе тәмле емеш-еләк менән һыйларға ултырҙы. -Саимәкәй, йонсоттоң бит! Әйт инде, кем булып эшләй ирең? Ҡайҙа таныштығыҙ? Нисек өйләнештегеҙ? Был юлы ул инәлтмәне. -Шуны ғына әйтәм, яҡшы ирҙәр диванда ғына аунап ятмай ул. Улар сүп-сар йәшниге янында ла ята. Бер кис төшкәс сүп сығарҙым. Йәшник эргәһендә ятҡан иргә абынып йығылып китә яҙҙым. Бомжға оҡшамаған. Үҙе ыңғыраша. Йәһәт кенә скорый саҡырттым. Алып киттеләр. Бер аҙна үткәс ошо уҡ ирҙе сүп йәшниге янында йөрөгәнен күрҙем. Ә минең кәйеф юҡ бөтөнләй. Ауырып ҡайттым эштән, ә өйҙә кран шартланы, йүнәтергә килгән сантехник һыуҙы төбөнән һүндерҙе лә, иртән киләм тип ҡайтты
