Саха (Яҡут) делегацияһы «Рәсәй - спорт державаһы» форумының өҫтөнлөктәрен баһаланы Рәсәйҙең һәр төбәгендә махсус хәрби операция ветерандары өсөн адаптив физкультура һәм спорт үҙәктәре төҙөргә ниәтләйҙәр. Бөгөн тематик түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шундай маҡсат ҡуйҙы. Унда Саха (Яҡут) Республикаһы делегацияһы ла ҡатнашты. Өфөгә ошо төбәктән спорт министры Леонид Спиридонов етәкселегендә ете вәкил килде. - Бындай сарала ҡатнашырға теләк ҙур ине. Икенсе маҡсатыбыҙ - Паралимпия комитеты президенты Павел Алексеевич Рожков менән осрашыу. Республикабыҙ адаптив спорт буйынса үҙ үҙәген төҙөү мәсьәләһен күтәрә, шуға күрә “түңәрәк өҫтәл” темаһы беҙҙең өсөн бик мөһим, - тип уртаҡлашты Саха (Яҡут) Республикаһының Спорт министрлығы ҡарамағындағы адаптив физик культура һәм спорт үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһының спорт әҙерлеге бүлеге начальнигы Василий Аргунов. Уның һүҙҙәренсә, Яҡут Республикаһында 2300-гә яҡын кеше адаптив спорт менән шөғөлләнә. Тренерҙар менән шөғөлләнеүсе спортсылар һаны - 230,
Саха (Яҡут) делегацияһы форумдың өҫтөнлөктәрен баһаланы
18 октября 202418 окт 2024
1 мин