20 октябргә ҡарай төндә Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы ике сәғәткә ябылып тора. Ауырлыҡ габариттарына тәғәйенләнгән рамкаларҙы монтажлау өсөн ошо арауыҡ етергә тейеш. – Хәрәкәтте тулыһынса ябып тороу – мәжбүри сара. Был тәү нәүбәттә автомобилселәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн мөһим. Подрядсы эште ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, юлдың иң әҙ файҙаланған сағында башҡарып ҡуясаҡ, - тип асыҡлай БР транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. – Юлаусыларға ваҡытлыса уңайһыҙлыҡҡа аңлап ҡарарға һәм юлға сыҡҡанда сикләү тураһында иҫтән сығармаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Көнсығыш сығыу юлы Өфөнөң төп транспорт юлдарындағы көсөргәнеште кәметергә булышлыҡ итте. Күп кенә водителдәр яңы юлдың өҫтөнлөгөн баһалап өлгөрҙө лә инде. Бынан йөрөү юлға әҙерәк ваҡыт сарыф иттерә, яғыулыҡ та кәмерәк китә. Көнсығыш сығыу юлынан үткәндәге түләүгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса Берҙәм контакт үҙәгенең ҡыҫҡа номерына шылтыратып белешергә була: *2323. Республиканың кодын йыйырға кәрәкмәй. Сығанаҡ: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының рәсми сайты.