Белорет районының Аҙналы ауылы халҡы өсөн октябрь өмәләр айлығы булған, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Мәҫәлән, 11 – 12 октябрҙә ауыл клубының баҡсаһын тулыһынса алыштырғандар. Төҙөлөш материалын Нәзиф Солтан улы Фәйзуллин биргән. Әйткәндәй, Нәзиф Солтан улы атайсалына һәр саҡ ярҙам итеп тора. Мәҫәлән, Аҙналылағы кирбестән һалынған матур мәсетте лә ул төҙөтә. Ул ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән осоронда ауылға газ үтә, һыу үткәрелә, асфальт юл һалына. – Был юлы ла ул, клубтан башҡа, ауыл китапханаһының ҡоймаһын йүнәтеү өсөн төҙөлөш материалын бирҙе. Айрат Тажетдинов, Игорь Лоҡманов, Марат Ситдиҡов, Шамил Хөснөтдинов, Сынтимер Лоҡманов, Кәрим Иманғолов, Илфир Йосоповтар бик тырышып эшләнеләр. Ә инде бына Әбдрәхимовтар араһынан дәррәү килеп, эштең башынан аҙағынаса ҡатнашты. Улар араһынан Ҡорбанғәли ағай үҙенең шәхси тракторында бөтә булған материалды алып килеүҙә, иҫке ҡоймаларҙы һүтеп-тейәп алып китеүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Улдары Русимгә, Рузилгә, Рушанға, Русланға айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйтәһе килә. Шулай уҡ, ауылдағы бөтә булған йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусы Әхәт Мырҙабай улына ла рәхмәт. Ауылда бер эш тә унһыҙ үтмәй. Шамил ағай, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә йәштәрсә йүгереп йөрөй. Ул өйөнән соҡор ҡаҙыу өсөн эшләнгән ҡулайламаһын килтерҙе, егеттәрҙең эшен еңелләштерҙе. Өмәнең икенсе көнөнә, инде 80 йәште ҡыуған Ғариф ағай Муллағәләмов та килеп етте. Рим Имәнғолов та ситтә ҡалманы, шулай уҡ үҫмерҙәрҙән Радмир Таһиров, Ғәзим Лоҡманов та оло ағайҙарына ярҙамлаштылар. Ә эш күп булды: иҫке кәртәләрҙе һүтеп, тейәп алып китеү, соҡорҙар ҡаҙыу, материал һайлап тейәү, килтереп бушатыу, бағаналыҡ ағастар ултыртыу, ҡабығын әрсеү, ҡойма сөйләп нығытыу, ишек, ҡапҡа эшләп нығытыу һәм башҡалар. Соҡор ҡаҙыу еңел булманы китапхана тирәһендә, сөнки асфальт ҡатламын тумырып-ватып асырға, һуңынан уның аҫтындағы таш ҡатламын соҡорға кәрәк ине. Күмәк көстән эш ҡурҡа тигәндәй, егеттәр бөтә эштәрҙе лә атҡарып сыҡтылар. Ауылда ихлас егеттәр бар әле, Аллаға шөкөр! Күмәк көс талап ителгән эштәрҙе, ауыҙ тултырып сүбәк сәйнәмәй генә, ысын ир-егеттәрсә эшләп ҡуйған егеттәр, бына мин үрҙә һанап үтелгән егеттәр инде. Ысын ир-егеттәрсә! 13 октябрь көнө ауыл китапханаһы эргәһендә баҡсаны Хәлит Муллағәләмов, уның улы Артур, шулай уҡ Нур Сәмситдинов, Азат Әхмәтшин матур итеп кәртәләп алдылар. Афарин, егеттәр! Ошондай егеттәр булғанда тимәк, ауыл йәшәй! – тип уртаҡлашты Әзекәй ауыл советы депутаты Азат Сафуанов. 14 октябрҙә аҙналылар тағы ла өмәгә сыҡҡан. Был юлы Зинаф Әхмәтшин, Хәлит һәм Артур Муллағәләмовтар, Хатап һәм Данис Йәғәфәровтар, Ҡорбанғәли ағай һәм Шамил ағай, Арсен Әҙелмырҙин, Кинйәбулат Ғәбитов иртә менән яңы, заманса төҙөлгән фельдшер-акушер пунктының тирә-яғын кәртәләгән. Был юлы ла ауылдаштарына Нәзиф Солтан улы ярҙам ҡулы һуҙа. – Әйтергә кәрәк, Нәзиф Солтан улының ағас эшкәртеү цехы асыуы ауыл өсөн бик яҡшы булды, сөнки ауыл клубы, китапханаһы, ФАП-тың тирәһен тәртипкә килтереү өсөн ул бушлай бик күп материал бүлде. Шулай итеп, башта материалдар килтерелде, тимер бағанлыҡтар ҡағып нығытылды. Арсен менән Кинйәбулат ағай үҙҙәренең шәхси техникаһы менән ныҡлап ярҙам иттеләр. Эш көнө буйына ҡайнап торҙо. Һәр кемгә лә эш етерлек булды. Медпункттың алғы яғын матур итеп эшләү өсөн халыҡ аҡса йыйып, ҡапҡаға төҫлө тимер һатып алырға ҡарар итте, етерлек кимәлдә буяуҙар ҙа алырға тип һөйләшелде. 15 октябрҙә Хатап ағай Йәғәфәров улы Данис менән, Ҡорбанғәли ағай Әбдрәхимов, Артур Муллағәләмовтар эште тамамлап ҡуйҙылар. Баҡсаның рәшәткәләрен нығытып, матур итеп кәртәләп бөттөләр. Ә Арсен Әҙелмырҙин ҡалаға барып буяуҙар һатып алып килде, ҡапҡа өсөн тимергә заказ биреп ҡайтты. Ошо эштә ҡатнашҡан бөтә ир-егеттәргә ҙур рәхмәт. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, – тип һөйөнөслө яңылыҡтары менән уртаҡлашты Азат Сафуанов. Ошо эштәр менән бер рәттән, ауыл халҡы махсус хәрби оперция өсөн, ярҙамға аҡса йыйыуҙы ойошторған. Бөгөнгө көндә байтаҡ ҡына аҡса тупланған, акция әле лә дауам итә. Ауыл мәсетенең тирә-яғын тимер ҡойма менән уратып алыу өсөн дә аҡса йыйыу әүҙем бара. Бөгөнгө көндә ауыл клубы ла эшләй башлаған. Ҡасандыр гөрләп эшләп торған клубтың эшмәкәрлеге бер йылға яҡын туҡтап ҡалған булған. Азат Сафуанов фотолары.