Бөгөн, 18 октябрҙә, Өфөлә барған «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумында Каспий буйы дәүләттәре спорт министрҙарының осрашыуы уҙҙы. Унда Рәсәй, Иран, Ҡаҙағстан һәм Әзербайжан вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙы асып, Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев Башҡортостандың Рәсәй, шулай уҡ донъя спорты үҫешенә индергән өлөшөн билдәләне. Осрашыу дуҫтарса диалог форматында хеҙмәттәшлекте тикшерергә һәм бурыстар даирәһен билдәләргә мөмкинлек бирә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. - Рәсәй атлеттарын халыҡ-ара ярыштарҙан ситләтеү шарттарында беҙ ярыштарҙың яңы дәүләт-ара форматтары өҫтөндә эшләйбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин, Каспий буйы дәүләттәре араһындағы мөнәсәбәттәр һәр ваҡыттағыса дуҫлыҡ һәм татыулыҡта үҫешә, тип билдәләй. Беҙ бер-беребеҙҙең закондарын һәм мәнфәғәттәрен ихтирам итәбеҙ. Спорт берләштереүсе көс булып тора, - тип билдәләне Михаил Дегтярев. Үҙ-ара эш итеүҙең яңы форматтарын эҙләү һөҙөмтәләре күренеп тора. Быйыл Ҡазанда «Киләсәк уйындары» үтте. Унда Каспий буйы
Каспий буйы дәүләттәренең спорт министрҙары проекттарҙы тикшерҙе
18 октября 202418 окт 2024
1 мин