Нуриман районында “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә һәм "Экология" милли проекты маҡсаттарына ярашлы экологик сара үткәрелде, унда 40-ҡа яҡын кеше ҡатнашты. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө эргәһе территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Нуриман районының Яңы Күл ауыл советы хакимиәте һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм урындағы халыҡ менән берлектә тәбиғәт ҡомартҡыһы – Упҡанкүл буйы биләмәһен таҙартыу буйынса экологик акция үткәрҙе. Был күл тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора, ғилми, тәбиғәтте һаҡлау һәм рекреацион әһәмиәткә эйә. Ул Нимесләр ауылынан ике километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Күлдә Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һыу сәтләүеге (чилим) үҫә. Берлектәге эш һөҙөмтәһендә тәбиғәт ҡомартҡыһының өс километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы яр буйы биләмәһе таҙартылған. Бөтәһе ҡатнашыусылар бер кубометрға яҡын сүп-сар йыйып сығарҙы. "Был изге йола кешеләрҙе берләштерә, экомәғрифәткә булышлыҡ итә, саф һауала ял итергә һәм күпмелер ваҡытҡа ығы-зығынан, мәшәҡәттән арынырға, ә иң мөһиме, тыуған тәбиғәткә ҡарата хәстәрлек күрергә мөмкинлек бирә. Акцияла ҡатнашыусыларҙың һәр береһе тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе. Сара республикала үҙҙәренең тыуған яғын яратҡан ярҙамсыл кешеләр йәшәүен иҫбатланы", - тип билдәләне Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө эргәһе территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Мифтахов. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.