Башҡортостанда ауыр сирле ҡатын һау-сәләмәт бала тапҡан. Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә. "Фотола Башиндарҙың бәхетле ғаиләһен күрәһегеҙ. Анастасия һәм уның тормош иптәше Семендың көтөп алған ҡыҙҙары Софья тыуҙы. Минең өсөн был ҡыуаныслы ваҡиға булды, сөнки Анастасия минең пациентым ине. Уның менән бергә беҙ тарҡау склероз – нервы системаһының ауыр аутоиммун сиренә ҡаршы көрәштек. Ул 10 йылдан ашыу ошо ауырыуҙан яфалана", - тип яҙған ведомство етәксеһе. Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, әлеге диагнозға ҡарамаҫтан, йәш әсә һау-сәләмәт бала таба алған. Ҡыҙсыҡ баш ҡаланың перинаталь үҙәгендә донъяға килгән. Анастасияға эндокринолог, гематолог, гинеколог консультация биргән. Ул дауаланған, шул иҫәптән химиотерапия курсын үткән. Шуның һөҙөмтәһендә ремиссияға өлгәшеп, балаға уҙған. Сабыйға һәм әсәгә һаулыҡ теләйбеҙ! Фото һәм сығанаҡ: Айрат Рәхмәтуллиндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.