Өфөлә “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумында “Спорт – киләсәккә комплекслы ҡараш” темаһына пленар ултырыш үтте. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. “Перспективалар, донъя спортының киләсәге ысынлап та етди, предметлы фекер алышыуға, замандың ябай булмаған саҡырыуҙарына нисек яуап эҙләүгә, халыҡ-ара спорт ғаиләһенең тарҡалыуына юл ҡуймаҫҡа, спорт икеләтә стандарттарҙан, боҙолған ҡағиҙәләрҙән, кәмһетеүҙәрҙән, шул иҫәптән атлеттарҙың гражданлығы һәм милләте билдәһе буйынса айырыуҙан таҙартыуға мохтаж”, – тине дәүләт башлығы. Пленар ултырыштың модераторы – Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко. Тәүҙә ул Президенттың һүҙҙәрен әйтеп ишеттерҙе: “Илебеҙ бөйөк атлеттарҙың, еңеүҙәрҙең һәм рекордтарҙың тыуған ере, планетаның алдынғы спорт державаларының береһе булды һәм булып ҡала”. Вице-премьер билдәләүенсә, спортты үҫтереүҙә уңыштарға бөтә кимәлдәге власть органдарының, спорт федерацияларының, йәмғиәттәрҙең, лигаларҙың, клубтарҙың, киң мәғлүмәт сараларын
Дмитрий Чернышенко: Спорт – ул милләт-ара диалог һәм тыныслыҡты нығытыу ҡоралы
18 октября 202418 окт 2024
3 мин