“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Кушнаренко районының Иҫке Ҡормаш ауылында яңы медицина пункты асылды. Бында Иҫке Ҡормаш, Көҙөлөшбаш һәм Ахта ауылдары халҡы медицина ярҙамы аласаҡ. Барлығы 830 кеше. Граждандар профилактика сараларын үтәсәк һәм прививка яһатасаҡ. Халыҡты 50 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер Светлана Сәфәрова хеҙмәтләндерәсәк. Медицина учреждениеһы тейешле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Пациенттар өсөн дә, фельдшер өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған. –Яңы фельдшер пункты халыҡтың сәләмәтлек кимәлен күтәрергә, медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенән киңерәк файҙаланырға булышасаҡ. Халыҡ та үҙен ышаныслыраҡ тоясаҡ, – тип билдәләне район хакимиәте башлығы Марат Латипов. Кушнаренко ауылында, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, поликлиника төҙөлөшө барыуын да әйтеп үтәйек. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын