17 октябрҙә Өфөлә “Динамо” спорт комплексы майҙанында баскетбол буйынса “Йондоҙҙар матчы” үтте. “Спорт” һәм “Держава” тигән символик исемле ике команда составында Рәсәй спортының легендалары, Олимпия чемпиондары, донъя чемпиондары, Рәсәйҙең һәм Европаның күп тапҡырҙар чемпиондары, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, бизнес вәкилдәре ярыш майҙанына сыҡты. Спорт ярышы “Галстукһыҙ форматында” үтте, бында барыһы ла тигеҙ ине. Почетлы ҡунаҡтар сифатында Рәсәй Студенттар спорты союзының вице-президенты Роман Ольховский, Рәсәй Спорт министрлығының физик культура һәм күләмле спорт департаменты директоры Максим Уразов һәм башҡа ҡунаҡтар булды. - Башҡортостан үҙенең ҡунаҡсыл ерендә Рәсәйҙең иң яҡшы спорт берләшмәләре вәкилдәрен тәбрикләүгә шат. Тап улар Рәсәйҙең данын иң юғары кимәлдәге ярыштарҙа яҡланы. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең төбәктә баскетбол әүҙем үҫеш ала. Рәсәй чемпионатының юғары лигаһында Башҡортостан исеменән “Динамо” баскетбол клубы командаһы сығыш яһай. Бөгөнгө ваҡиға яратҡан спорт төрөн үҫтереүгә яңы этәргес көс бирер тип ышанам, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Моратов. Матч дуҫтарса осрашыуҙы сағылдырһа ла, барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа профессионал баскетболсылар булмаһа ла, тамашасылар командалар уйынынан ҙур ҡәнәғәтлек алды. Финалға таблола 72:72 тигән иҫәп янды. Шулай итеп осрашыу тигеҙ иҫәпкә тамамланды. -Мине беҙҙең менән командала уйнаған йәш баскетболсылар бигерәк тә һоҡландырҙы. Йәштә, кәүҙәлә ҙур айырма булыуға ҡарамаҫтан, улар үҙҙәренең көслө характерын күрһәтте. Командаға балаларҙы ла йәлеп итеү – бик яҡшы идея. Малайҙар был ярышты онотмаҫ тип ышанам, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште Рәсәй Студентта спорты союзының беренсе вице-президенты. – Өфөнө яратам, төрлө сараларҙа күп тапҡырҙар бында булғаным бар. Һәм, әлбиттә, Башҡортостан ошондай күләмле проект, халыҡ-ара форумын уҙғарып, ныҡлыҡҡа етди тикшереү үтте, - тип тә өҫтәне. Осрашыу бүләкләү тантанаһы менән тамамланды – уйында ҡатнашыусыларға “Йондоҙҙар матчы” тигән миҙалдар тапшырҙылар. “Йондоҙҙар матчы” командалары Рәсәйҙең спорт державаһы булыуын йәнә бер иҫбатланы. Фото һәм текст сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.