Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров тантаналы рәүештә Һамар өлкәһе губернаторы Вячеслав Федорищевҡа символик таяҡты – 2025 йылда “Рәсәй – спорт державаһы” форумын уҙғарыу хоҡуғын тапшырҙы. Тантана Рәсәй төбәктәренең физик культура һәм спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар күргәҙмәһен ҡарау барышында РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко ҡатнашлығында үтте. – Былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумды уҙғарыу хоҡуғы эстафетаһын Пермдә ҡабул итте. Форумға әҙерләнгәндә беҙ ысын мәғәнәһендә ҙур эш башҡарҙыҡ. Республика халҡы өсөн заманса спорт объекттары төҙөлдө, улар яңы чемпиондар тыуасаҡ урынға әүереләсәк. Илдең төп спорт сараһы символын хөрмәтле күршеләребеҙгә – Һамар өлкәһенә тапшырабыҙ. Бөгөнгө ваҡиға төбәктәребеҙ араһындағы дуҫлыҡты нығытыр һәм Рәсәй именлеге хаҡына артабан да ышаныслы барырға ярҙам итер тип ышанам, – тине Андрей Назаров. Рәсәйҙең спорт ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең майҙаны биш мең квадрат метр тәшкил итте. Унда 100-ҙән аш