Найти тему
Башҡортостан гәзите

Барыһын да бергә йыйҙы!

Өфө спорт ҡалаһына әүерелде: беҙҙә XII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумы бара. Сараның девизы – “Спорт. Ғаилә. Рәсәй”. Ул сәләмәт тормошҡа, ғаилә ҡиммәттәренә ынтылышты, илебеҙ өсөн ғорурлыҡты билдәләй. Күптән түгел баш ҡалабыҙҙа асылған Көрәш һарайында пленар, эшлекле өлөштәр, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Совет ултырышы бара. “Биш мең квадрат метр майҙанда спорт ҡорамалдарының һәм кәрәк-яраҡтарының күргәҙмәһе күрһәтелә. Мәҫәлән, инклюзив тренажерҙар. Улар араһынан адаптив спорт өсөн “Баттерфляй” “аҡыллы аппараты”, яңы футбол экипировкаһы, спорт майҙансыҡтарының һәм стадиондарының яңы төр япмалары бар”, – тип белдергәйне Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтяров. Беҙгә БРИКС, ШОС һәм БДБ илдәренән ҡунаҡтар, Азия Олимпия советының милли олимпия комитеттары президенттары, билдәле спортсылар килде. “Рәсәй – спорт иле” – республикабыҙ ҡабул иткән иң масштаблы ваҡиғаларҙың береһе. Уның сиктәрендә республикабыҙҙа асылған яңы объекттар йәш быуын вәкилдәре өсөн төрлө спорт сараларын үткәреү мөмкинлектәрен аса, заманса ҡорамалдар тыуған еребеҙҙән китмәйенсә күнекмәләр үткәреү һәм оҫталыҡты арттырыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Өҫтәүенә был ғәжәйеп спорт объекттары башҡа төбәктәрҙән тренерҙарҙы һәм спортсыларҙы йәлеп итеү үҙәгенә әйләнәсәк. Ғөмүмән, Башҡортостан – спорттың күп төрҙәре үҫешкән төбәк. Мотоуҙыштар, шашка спорты, фехтование, шорт-трек, хоккей, биатлон буйынса үҙебеҙҙең бихисап шәп спортсыларыбыҙ бар. Бынан тыш, милли көрәш, атыу, гир спорты, армрестлинг, адаптив спорт һәм паралимпия хәрәкәте буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһебеҙ. Автор фотолары.