Күңел түренән Иллене үткән, ире менән оҙайлы йылдар йәшәгән ханымдың һөйләгәндәре күптәргә фәһем булыр тип уйлайым. Бигерәк тә яңы өйләнешкән парҙарға һабаҡ. - Күршеләге йәш килен иренән ҡайта ла китә, ҡайта ла китә. Ҡарайым да йәлләйем быларҙы. Шунан киленгә үҙ тарихымды һөйләнем. Һеҙгә лә һөйләйем. Алты йыл йәшәгәс бер төн ҡайтманы ирем. Телефонын алмай. Әсәһенә шылтыраттым да: “уй, ирем ҡайтманы, һеҙгә барам, утын ярып бирәм, ти ине. Миңә шылтыратырға онотҡандыр арып. Йоҡламаһа, телефонын зарядкаға ҡуйып шылтыратһын әле. Балалар атаһын таптыра, һөйләшһен әле” тинем бер тында. Ҡәйнәм ҡурҡып китте. “Килмәне бит улым, ҡайҙа ғына булды икән?! Ҡана шылтыратайым үҙем”,-тип борсолоп һүндерҙе аппаратын. Мин көтәм. Бер нисә минуттан ҡәйнәм шылтырата. “Улым хәҙер ҡайтыр, сәйеңде ҡуя, ашыңды йылыта тор” ти. Ысынлап та ҡайтып инде ярты сәғәттән, күңеле күтәренке, иҫерек... Тағы бер хәл. Ирем бер ҡатын менән башы буталып, шуға әүрәп, ҡаңғырып, мине һәм балаларҙы төн уртаһында өйҙән ҡыуып сығарҙы