Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөлә фехтование үҙәге асылды

“Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумы барышында Баш ҡаланың Затон биҫтәһендә урынлашҡан Фехтование үҙәген асыу тантанаһы булды. Сарала Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко һәм Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегятров та ҡатнашты. Улар бында “Салауат ҡылысы” тип исемләнгән халыҡ-ара ярыштарға старт бирҙе. Әйткәндәй, фехтование үҙәген төҙөү тураһында ҡарарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың авгусында Токиола XXXII йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар – рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыу йомғаҡтары буйынса ҡабул иткәйне. 2022 йылдың декабрендә иһә төбәк етәксеһе буласаҡ спорт комплексын төҙөүгә старт бирҙе. Фехтование үҙәге Затон биҫтәһендә урынлашҡан. 6,2 мең квадрат метр майҙанлы ике ҡатлы бинала 28 фехтование юлы, 373 тамашасыға иҫәпләнгән трибуналы универсаль зал, махсуслаштырылған һәм тренажер залдары, шәхси дәрестәр өсөн урын, кейенергә бүлмәләр һәм башҡалар урынлаштырылған. Яңы спорт базаһында фехтование буйынса республика, төбәк-ара бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үтәсәк. Фехтование үҙәген асыу тантанаһында Рәсәйҙең фехтование буйынса йыйылма командаһының баш тренеры Ильгар Мамедовтың әйтеүенсә, 2025 йылдың апрелендә бында Рәсәй чемпионаты була. Был үҙәктең асылыуына спортсылар һәм тренерҙар менән бергә фехтование менән шөғөлләнгән балаларҙың ата-әсәһе лә килгәйне. Гүзәл Айытҡолованың улы Батырхан I кластан Юғары оҫталыҡ мәктәбендә шөғөлләнә. Өлкән улы ла был спорт т өрө менән мауыҡҡан һәм спорт мастерлығына кандидат булған. “Беҙ, ата-әсәләр, баларыбыҙ кеүек үк, яңы Фехтование үҙәгенең асылыуына шатбыҙ. Тимәк, балаларыбыҙ заманса шарттарҙа фехтование менән шөғөлләнә аласаҡ.Быға тиклем улар ябай залда шөғөлләнә ине. Ә ярыштар төрлө урындарҙа үткәрелде. Мин үҙем шәхсән улдарымды Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә оҙатып йөрөнөм һәм башҡа төбәктәрҙә махсуслаштырылған залдарҙың барлығын күрҙем. Хәҙер үҙебеҙҙең Фехтование үҙәге менән ғорурланасаҡбыҙ”, – тип белдерҙе ул. Фото: "Башинформ".