Ярты йыл инде Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы урындарҙа йәшәүселәрҙең проблемаларын асыҡлау һәм хәл итеү өсөн ҙур проектты – республика райондарына сығыуҙы тормошҡа ашыра. Был аҙнала активистар күсмә диалог майҙансыҡтарын үткәреүен дауам итә. 14-17 октябрҙә палата вәкилдәре Яңауыл, Нуриман, Күгәрсен, Дүртөйлө, Шишмә, Кушнаренко, Илеш, Йылайыр, Ейәнсура, Краснокама, шулай уҡ Өфөнөң Калинин районында һәм Күмертау ҡалаһында булды. Республика һәм муниципаль йәмәғәтселәр, ауыл халҡы һәм район етәкселеге асыҡ диалог барышында тупланған проблемаларҙы бергәләп ҡараны. Халыҡ төрлө мәсьәләләрҙе күтәрҙе: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темалары (шул иҫәптән күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау, “Башҡорт ихаталары”, “Подъездарҙы ремонтлау”, “Йорт яны биләмәһен төҙөкләндереү” программаларын тормошҡа ашырыу), идара итеүсе компанияларға ялыуҙар, ҡарауһыҙ ҡалған хайуандарҙы контролдә тотоу, уҡыусыларҙа вейп тартыу модаһы, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар булдырыу һәм үҫтереү, мәктәп мәғарифы системаһын реформалау һәм туған телдәрҙе өйрәнеү. Бөтә граждандар ҙа ентекле консультациялар алды, ә проблемаларҙы хәл итеү йәмәғәтселек контроленә алынасаҡ. Йәмәғәт палатаһы ағзалары үҙҙәренең эш йүнәлештәре тураһында һөйләне: уҡыусыларҙың туҡланыуын контролдә тотоу, мәктәптәрҙе ремонтлау һәм һайлауҙарҙа йәмәғәт күҙәтеүе. Палата йыл аҙағына тиклем Республика Мәғариф министрлығының йәмәғәт советы менән берлектә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының студенттары ятаҡтарының торошона йәмәғәт мониторингы үткәрергә, шулай уҡ колледждарҙа студенттарҙың туҡланыуы мониторингын дауам итергә ниәтләй. Билдәле булыуынса, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре 18 октябрҙә Белорет, Шаран һәм Саҡмағош райондарына барырға ниәтләй. Киләһе аҙнала улар йәнә 16 муниципалитетта буласаҡ. Фото: Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте.