Республикала йыл башынан алып өс медицина учреждениеһы тәү тапҡыр балаларға урология һәм андрология ярҙамы күрһәтеү буйынса лицензия алды. Шулай итеп, ошо профиль буйынса лицензия алған медицина учреждениеларының һаны алты процентҡа артты. –Балалар урология-андрологияһы – медицинаның бәүел юлдары сирҙәренә дусар балаларға махсус медицина ярҙам күрһәтеү бүлеге. Шулай уҡ енси ағзалар тайпылыштарына дусар малайҙар сәләмәтлеген дә күҙәтә, төрлө енси сирҙәрҙе дауалай, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Эксперттарҙың фекеренсә, бөгөн бәүел бүлеү системаһы сирҙәре йышлығы буйынса донъяла респиратор сирҙәренән һуң икенсе урынды биләй. Шулай уҡ балалар урологияһында бәүел-енес системаһында тайпылыштар һәм үҫеш аномалиялары йыш осраған проблема булып тора. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензиялар алыуҙы мөмкин тиклем ябайлаштырҙы. Хәҙер яңы лицензия алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү 15 көн тәшкил итә. Рәсәй