Иғтибар итһәгеҙ, кисәнән бирле социаль селтәрҙә күптәрҙе уйландырырлыҡ, кемгәлер фәһем булырлыҡ, өлгө алырлыҡ йыр яңғырай. Уны Зөлфирә Ҡарағужина яҙған, Рәмил Туйсин көйө, ә йырҙы Азат Исҡужин башҡара. "Быйылғы йылдың март айында Өфөлә Диана Гурцкая үткәргән Халыҡ-ара мәрхәмәтлек фестивален барып ҡарарға насип булды, - тип яҙа Зөлфирә. - Һәр баланың сығышын ихласлап алҡышланыҡ, күреүҙән мәхрүм булған балаларҙың сығыштарына һоҡландыҡ та, тетрәндек тә. Ҡапма-ҡаршылыҡлы хистәр менән ҡайнаған күңелдән шиғыр тыуҙы. Ошо шиғырыма талант эйәһе Рәмил Туйсин иғтибар итеп, йәнә бер тәрән моң эйәһе Азат Исҡужин өсөн махсус йыр яҙырға теләген белдерҙе, рөхсәт һораны. Күреүегеҙсә, бик матур, моңло йыр тыуған. Йырҙың оҙон ғүмерле булыуын теләйем!" - тип яҙған шағирә Зөлфирә Фәрит ҡыҙы.Күҙле булған күҙһеҙ әҙәме бар,Күрмәйенсә ғүмер иткәне бар.Күҙле көндәренең ғәмен белмәй,Ғүмерҙәрен күмер иткәне бар.Ғүмерҙәрен күмер иткәне бар,Күңелдәрен күмеп киткәне бар.Күҙле булып сүгеп киткәне бар,Күрмәйенсә ғүмер иткәне бар.Күрмәйенсә ғүмер иткәне бар –Күргәнеңдән яҡшы күргәне бар.Күркәм күңелдәрен сәхнәләрҙәнКүргәндәргә ҡуша үргәне бар.Күргәндәргә ҡуша үргәне бар,Киргәне бар күкрәк йыр өсөн.Биргәне бар ғүмерен изгелеккә,Тиргәне бар емеш тырышып.Күҙле булған күҙһеҙ әҙәме бар,Күҙле булған күҙһеҙ әҙме бар?Күҙле булған әҙме әҙәмдәрҙәнКүрмәгәндең күпкә әҙ(ә)бе бар. Фото:видеонан скриншот Видео: Зөлфирә Ҡарағужина