Саҡмағош районында Кушнаренко-Саҡмағош-Баҡалы юлы графиктан алдараҡ эшләнеп бөттө. Был саралар “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) башҡарылған. Яңы Балтас ауылынан Байбулатҡа тиклем 3,5 километр юл участкаһы хәҙер яңы төҫ алған. Подрядсы ойошма асфальт-бетон япманы яңыртҡан, юл ситтәрен нығытҡан, разметкалар эшләгән. -Был йүнәлеш Башҡортостандың таяныслы юл селтәренә ҡарай. Был юл өс райондың үҙәктәрен берләштерә. Шуға ла бында трафик ярайһы уҡ юғары. Көн һайын 2700-ҙән ашыу автомобилдәр хәрәкәт итә. Ремонт арҡаһында юлсылар күп ауылда йәшәүселәр өсөн хәүефһеҙ юлды тәьмин итте, - тине Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. 2025 йылда был юлдың башҡа участкаларын да ремонтлауҙы дауам итәсәк. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.