Ошо көндәрҙә Өфөлә үтәсәк “Рәсәй – спорт иле” форумының төп майҙансығы - Көрәш һарайы. Форум сиктәрендә яңы ҙур объекттар – Өфөлә Фехтование үҙәген, Ишкәкле слалом комплексын һәм Нефтекамала «Амфибия» спорт үҙәген асыу планлаштырылған. Ишкәкле слалом каналы Рәсәй йыйылма командаһы ҡатнашлығында слалом буйынса тәүге «Ҡурай төбәге» халыҡ-ара ярыштарын ҡабул итә. Фехтование үҙәгендә йәш үҫмерҙәр араһында Халыҡ-ара “Салауат ҡылысы” турниры үтә. 17 октябрҙә “Өфө -Арена”ла “IBA чемпиондары төнө" профессиональ бокс кисәһе була - континент чемпионы титулы өсөн донъяның иң яҡшы боксерҙары көрәшә. Бәләкәй аренала йәш үҫмерҙәрараһында Бөтә Рәсәй керлинг буйынса ярыштар була. “Динамо” спорт комплексында “Динамо” һәм “ЦСП-Химки” клубтары араһында Рәсәй чемпионаты матчын, ә Спорт әҙерлеге үҙәгендә Рәсәй паралимпия комитетының МХО ветерандары өсөн сараларын күрергә мөмкин. 25 мең самаһы кеше Бөтә Рәсәй Йәйәүлеләр көнөндә ҡатнашырға теләген белдергән. Форум программаһында - түңәрәк өҫтәлдәр, пленар