Бер әбей ауылда йәшәп ҡартайғас, һуңғы йылдарҙа бармаҡтары ҡатып, күҙе лә бик насар күрә башлағас, ҡалалағы ҡыҙы уны үҙ фатирына күсереп алып ҡайта. “Туҡһанға еткәнсе мал тоттоң, баҡса үҫтерҙең, хәҙер инде ял ит, әсәй, – ти. – Бында бөтә нәмә лә бар, эшләргә кәрәкмәй, мин дә көн һайын эргәңдә булырмын”. Тик ғүмер баҡый эштән айырылмаған кеше сәғәттәр буйы буш ултыра аламы ни?.. Әбей бындай хәлде ныҡ ауыр кисерә, һөйләшеүенең дә, ашауының да рәте китә. Ҡыҙына нисек тә булһа ярҙам итергә, үҙенә шөғөл табырға теләй ул. Шунан, аптырағас, көндәрҙән бер көндө иртәнге аштан ҡалған һауыт-һабаны йыуып ҡуя. – Ниңә улай аҙапланаһың инде, әсәй? Ҡабаланғас, йыйыштырып өлгөрмәгәйнем, – тип уңайһыҙлана ҡыҙы, кисен эштән ҡайтҡас. Әммә, әбейҙең йөҙөндә бер аҙ ҡәнәғәтлек барлығын күреп, ярҙамы өсөн маҡтап, рәхмәт әйтеп ебәрә. Әлбиттә, бармаҡтары ҡатҡан, һуҡырайған кеше һауыт-һабаны матур итеп таҙарта алмай инде. Шулай ҙа ҡыҙы был турала әсәһенә бер ни өндәшмәй, шым ғына үҙе яңынан йыуып сыға. Әбейҙең ош