17 – 19 октябрҙә Өфөлә XII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумы барышында “Чемпиондар төнө” һөнәри бокс кисе үткәрелә. Форум “Спорт. Ғаилә. Рәсәй” девизы аҫтында үтә һәм был һөнәри тармаҡтағы иң ҙур аралашыу майҙансыҡтарының береһе була. Бокс кисе алдынан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостандың Бокс федерацияһы президенты Андрей Назаров медиа-үлсәү тантанаһында ҡатнашты. Ул сираттағы тапҡыр Башҡортостандың ҙур спорт сараларын үткәреү майҙансығына әүерелеүе тураһында әйтте. Һуңғы биш йылда Башҡортостанда халыҡ-ара кимәлдәге 50-нән ашыу тур ойошторолдо. – Быйыл Бокс халыҡ-ара ассоциацияһы ҡарары буйынса Башҡортостан өсөнсө тапҡыр мауыҡтырғыс турнир – "IBA чемпиондары төнө”н үткәреү урынына әйләнде. Был – башҡорт боксы мәктәбен сираттағы таныу. Республика өсөн был буласаҡ турнир айырыуса, икеләтә яуаплы. Иртәгә Башҡортостан “Рәсәй – спорт иле” масштаблы спорт сараһын үткәреү майҙансығына әүерелә. "IBA чемпиондары төнө” юғары кимәлдә үтер һәм бокс