28 октябрҙә Өфө районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IRBIS заманса автозаправка комплексында булды. Уны 2024 йылдың октябрендә Михайловка ауылындағы М-7 “Волга“ федераль трассаһында өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә астылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың июнендә XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында республика Хөкүмәте менән “ИРБИС-БР“ яғыулыҡ компанияһы араһында заправкалау инфраструктураһын үҫтереү буйынса килешеү төҙөлдө. Ә 2022 йылдың авгусында килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Ирбис-РБ“ компанияһы “Инвестиция сәғәте“ндә Өфөлә, Өфө һәм Кушнаренко райондарында заправкалау станцияларын төҙөү буйынса проекттарҙы тәҡдим итте. Башҡортостан биләмәһендә беренсе IRBIS автозаправкаһы 2022 йылда Өфө районының Зубов ауылында эшләй башланы. Уның мөмкинлектәре менән республика Башлығы Радий Хәбиров танышты. Михайловкалағы төҙөлөшкә 250 миллион һум аҡса һалынған. Инвесторға ярҙам саралары сифатында ер участкаһы ҡуртымға бирелә һәм заправк