Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яугирҙәргә - кейеҙ билбауҙар

Был кейеҙ билбауҙарҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн Белорет районы Инйәр ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ҡатын-ҡыҙҙары эшләй. Билбауҙарҙы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташтары аша биреп ебәрәләр. Оҫтабикәләрҙең иң өлкәне – Рәхимә Сабир ҡыҙы Рамазанова. Киләһе йылдың февралендә уға 90 йәш тула. "Белорет егеттәре ышаныслы, көслө, ата-әсәләренең һәм илебеҙҙең лайыҡлы улдары, уларҙың һынатмаҫына ышанабыҙ", - ти ағинәй. Инйәр һәм Инйәр ауыл хакимиәтенә ҡараған башҡа ауылдарҙан махсус хәрби операция биләмәһендә 47 егет хеҙмәт итә. 11 ир-ат билбау менән тәьмин ителгән, ҡалғандары өсөн дә билбау баҫыу дауам итә. Оҫтабикәләр бар яҡташтарына именлек һәм Еңеү менән тиҙерәк өйҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй. Фото: "Инйәр ағинәйҙәре" төркөмөнән.