Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Салауат Юлаевҡа теймәйҙәр!

Өфөлә “Рәсәй – спорт державаһы” форумы үтеп китеүгә бер ни тиклем ваҡыт үтһә лә, оппозиция каналдары әле һаман уны онота алмай һәм кире яҡтарын “соҡорға” тырыша. Мәҫәлән, ҙур форум сиктәрендә алып барыусы һәм комментатор Дмитрий Губерниев “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.“Говорят в Уфе” тг-каналы ошо ваҡиғаға ҡарата үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген белдеререгә булды. Шул уҡ ваҡытта яҙма авторы Рәсәй спортсыларының да фекеренә түгел, ә биатлон буйынса Швеция тренеры Вольфганг Пихлер фекеренә таяна. Республикала комментаторҙы бүләкләүгә уның ниндәй мөнәсәбәте бар икәне билдәһеҙ.Әммә икенсе нәмә асыҡ: Дмитрий Губерниев республикала бер нисә спорт сараһын, шул иҫәптән биатлон буйынса Рәсәй чемпионаттарын ойоштороуға һәм үткәреүгә ҙур өлөш индерҙе, Өфөлә уларҙы комментировать итте. Билдәле комментатор Башҡортостанда күп йылдар инде спорт үҫешен федераль кимәлдә әүҙем күрһәтә.Теләһә ниндәй каналдарында көнләшеүселәр нимә яҙмаһа ла, Дмитр

Өфөлә “Рәсәй – спорт державаһы” форумы үтеп китеүгә бер ни тиклем ваҡыт үтһә лә, оппозиция каналдары әле һаман уны онота алмай һәм кире яҡтарын “соҡорға” тырыша. Мәҫәлән, ҙур форум сиктәрендә алып барыусы һәм комментатор Дмитрий Губерниев “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.“Говорят в Уфе” тг-каналы ошо ваҡиғаға ҡарата үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген белдеререгә булды. Шул уҡ ваҡытта яҙма авторы Рәсәй спортсыларының да фекеренә түгел, ә биатлон буйынса Швеция тренеры Вольфганг Пихлер фекеренә таяна. Республикала комментаторҙы бүләкләүгә уның ниндәй мөнәсәбәте бар икәне билдәһеҙ.Әммә икенсе нәмә асыҡ: Дмитрий Губерниев республикала бер нисә спорт сараһын, шул иҫәптән биатлон буйынса Рәсәй чемпионаттарын ойоштороуға һәм үткәреүгә ҙур өлөш индерҙе, Өфөлә уларҙы комментировать итте. Билдәле комментатор Башҡортостанда күп йылдар инде спорт үҫешен федераль кимәлдә әүҙем күрһәтә.Теләһә ниндәй каналдарында көнләшеүселәр нимә яҙмаһа ла, Дмитрий Губерниев – билдәле кеше, уның эшмәкәрлеге төбәктә спортты популярлаштырыуға булышлыҡ итә, шулай уҡ күп кенә йәш спортсыларҙы юғары уңыштарға өлгәшеүгә дәртләндерә.Был аҙнала Волгоградта “Пруфы”ның зубрҙар уйынса экспертына ҡарата суд ҡарары сығарылды. Владимир Путинға “Тыуған ил-әсә саҡыра!” скульптураһына үҙгәрештәр индереү талабы менән мөрәжәғәт иткәне өсөн уға закон алдында яуап бирергә тура килде.Уны эш хаҡының 10 процентын дәүләт табышына тотоп ҡалып, мотлаҡ эштәргә мәжбүр иткәндәр. Шулай уҡ суд журналист һәм блогерҙы социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғлүмәт сараларында ике йылға мәғлүмәт баҫтырып сығарыуҙан тыйырға хәл итте.Эх, беҙ нисек уның зубрҙар тураһындағы эксперт мәҡәләләренән тыш йәшәрбеҙ икән? Һағынырбыҙ инде! Иң ҡыҙығы, “Пруфы” экспертты үҙҙәренең экспертын оятҡа ҡалдырып, уның хаҡында яңылыҡ яҙҙы.Исемен әйтергә генә оялдылар. Тик барыһы ла аңлашылып тора бит. Ни эшләйһең инде, “Яндекс.Новости”ла трафик өсөн көрәштә дуҫлыҡ онотола шул.Өфөнө күптән көтөлгән ваҡиға көтә – Салауат Юлаев һәйкәле төҙөкләндерәсәк. Санкт-Петербургтың тармаҡ белгестәре үткәргән дәүләт экспертизаһына ярашлы, батырҙы пьедесталдан төшөрәләр, оҫтаханала ремонтлайҙар, һуңынан урынына кире ҡайтаралар. Шуның менән бергә пьедесталды ла, ул торған ҡурғанды ла нығытыу күҙаллана.Ошондай күләмле эштәрҙә һәйкәлде һүтеү – киң таралған тәжрибә. 2003 йылда Мәскәүҙә “Эшсе һәм колхозсыға” һәйкәле менән шулай эшләгәндәр: уны төшөргәндәр, реставрациялағандар һәм законлы урынға кире алып барып ҡуйғандар. Бындай миҫалдар бик күп.Скульптор, Рәсәй художество академияһы академигы Салауат Щербаков та скульптураны цех шарттарында реставрациялау кәрәклеген билдәләне.Ләкин “Пруфы” һәм сит илдәрҙән килгән экстремистарҙың, буш урында үҙҙәренә оҡшаған нәмәләрҙе табырға маташып, бер үк фейктарҙы баҫтырып сығарыуҙарын күрәбеҙ. Мәҫәлән, Руслан Ғәббәсов* “һәйкәлде кире ҡайтармаҫтарына 99,9 процентҡа ышана”. Шул уҡ тезистар “Пруфы” мәҡәләҙендә лә күҙәтелә. Улар, йәнәһе лә, һәйкәл яҙмышы өсөн борсолған “ҡала халҡы фекеренә” таяна."Литва реставраторы" Ғәббәсов әйтеүенсә, “һәйкәлде урынынан алмай ремонт яһау –- цивилизациялы илдәрҙәге ғәҙәти күренеш”, әммә бер ниндәй ҙә миҫал һәм дәлил килтермәй. Ә “Пруфы” “Хәбиров ваҡытында ғына һәйкәлдәралына” тигән баштар менән мәҡәләләр баҫтыра.Ҡыҫҡаһы, оппозиция әүҙемләште. Уларҙың чаттарында “һәйкәл реставрация рәүешендә юҡ ителәсәк” тигән Гәббәсов тезистары менән “петициялар” тарала башланы.Ғәббәсов менән Рәхимова нисек кенә йәшерергә тырышмаһындар - уларҙың ныҡлы дуҫлығы барыһына ла билдәле. Ә улар араһындағы был “мәғлүмәт һуғышы” – тик спектакль генә.“Mash Batash” телеграм каналы йәнә фейк таратты. Улар Башҡортостан Республикаһы Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығының элекке етәксеһе Елена Прочаковская тураһында яҙма ҡалдырҙы. Автор һүҙҙәренсә, ул өйөндә һәм тәфтиш изоляторында “Республика Лайф” өсөн сценарийҙар яҙыуын дауам иткән. Яҙма тексы ялған мәғлүмәт һәм дөрөҫ булмаған факттар менән тулы.“Республика live” тапшырыуы телевидениела 2018 йылдан алып өҙлөкһөҙ аҙнаһына дүрт тапҡыр эфирға сыға. Автор әйтеүенсә, Елена Прочаковская төбәк башлығының эш сәфәрҙәре барышын трансляциялаған был тапшырыуҙарҙың сценарийҙарын төҙөүҙә ҡатнаша. Әммә уларҙы яҙҙырыу сценарийҙы күҙ уңында тотмай. Эш төшөрөлгән материал менән алып барыла.Прочаковская – проект авторы, ә проектты коллектив үҙе төҙөй. Тап шул сәбәпле уның исеме титрҙарҙа күрһәтелә. Илебеҙ ҡануниәтенә ярашлы авторлыҡ хоҡуҡтары тартып алынмай.Артабан тг-канал тапшырыуҙың 30 сығарылышы тураһында яҙа. Был шулай уҡ ялған бит. Ошо ваҡыт эсендә “Республика live” республика башлығының эш сәфәрҙәре тураһында 900-ҙән ашыу тапшырыу сығарҙы. Күренеүенсә, авторҙар был тапшырыуҙың мәғәнәһенә лә төшөнмәгән, ә теләһә нәмә яҙырға аптырамай. Әйткәндәй, аҙна дауамында Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү темаһы тынманы. Был юлы, уны Мәскәү приказы буйынса юҡҡа сығарасаҡтар тигән хәбәр таралды. Һәм йола буйынса бында Башҡортостан Башлығын ғәйепләргә онотмайҙар.Шуны белегеҙ: һәйкәлде реставрациялау – ахмаҡлыҡ түгел, ә бик кәрәкле нәмә. Быларҙың барыһы ла кемдеңдер “бойорғаны” өсөн түгел, ә һәйкәлде тергеҙеүҙә мохтаж булыуы арҡаһында. Тикшереүҙәр һәм экспертизалар үткәрелде, улар буйынса һәйкәл авария хәлендә тип танылды һәм ентекле реставрация талап ителә.Һәйкәлде демонтажһыҙ реставрациялау тураһында ялған эксперттарҙың дәлилдәрен тыңлағандан һуң уларҙың мәсьәләнең нескәлектәрен аңламауы асыҡлана. Яҙма авторҙары урында ремонтланған Волгоград скульптураһын миҫалға килтерә. Беренсенән, ул – бетондан, икенсенән, тышҡы яҡтан ғына яңыртылған. Салауат Юлаев һәйкәленә миһә төплө ремонт талап ителә. Һәйкәл скульптураһының бөтә тышлығын тотҡан эске каркас алмаштырыуҙы талап итә. Бынан тыш, ҡурғанды нығытырға кәрәк, ул йыл һайын йылға яғына хәрәкәт итә. Ремонт эштәрен оҙаҡҡа һуҙыу бөтә һәйкәлдең емерелеүенә килтереүе ихтимал.Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн һәйкәлдең изге мәғәнәһе хаҡында яҙылғаны бөтә постағы берҙән-бер дөрөҫ фекерҙер, моғайын. Хәйер, быны бер кем дә инҡар итмәгән. Милли герой образы республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Салауат Юлаев һәйкәленең һүрәтен Башҡортостандың дәүләт гербында күрәбеҙ. Республикала бик күп объекттар һәм саралар уның хөрмәтенә аталған.Хатта хәҙерге геройҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа, Салауат Юлаев хөрмәтенә аталған айырым тәғәйенләнештәге ике башҡорт батальонында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла танкыға ҡаршы батальон башҡорт батыры исемен йөрөтә. Һис шикһеҙ, бындай каналдар уҡыусыларын ошо тема буйынса яңылыштыра. Хәйер, был беренсе тапҡыр ғына түгел. Мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн белер өсөн фактчекинг уҡығыҙ.Социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин исеменән видеоролик таратыла. Унда ул йәнәһе лә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн “Һалдат баланы рәнйетмәйәсәк” белем биреү программаһының эшләй башлауы хаҡында һөйләй. Был проект сиктәрендә уҡыусылар махсус хәрби операция үткәреү зонаһынан ҡайтҡандар менән нисек дөрөҫ аралашырға өйрәтеләсәк.Был мәғлүмәт ялған булып тора! Бындай бер ниндәй программа ла ғәмәлгә индерелмәйәсәк. Насар уйлы кешеләр Илдар Мәүлетбирҙиндың телмәрен монтажларға мөмкинлек биргән ҡоралдарҙы ҡулланған.Видеояҙманың төп нөсхәһен фейк таратыусылар уның сәхифәһенән алған. Ул 18 сентябрҙәге роликта традицион үҙидара көнө хаҡында һөйләне һәм уҡытыусыларҙы яҡынлашып килгән Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы.Провокацияға бирелмәүегеҙҙе, уяу булыуығыҙҙы һәм тикшерелгән мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышаныуығыҙҙы һорайбыҙ.Бөтә рәсми мәғлүмәт Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында һәм ведомствоның социаль селтәрҙәрге рәсми сәхифәләрендә генә баҫтырыла.*Руслан Ғәббәсов сит ил агенты тип танылды, Рәсәй финанс мониторингы тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.